Өфөлә башҡорт теле фестивале уҙа

1 июндә Өфө ҡалаһының Арт-квадрат киңлегендә үтәсәк "Мин башҡортса һөйләшәм" тигән бик шәп ғаилә фестиваленә килегеҙ!

Өфөлә башҡорт теле фестивале уҙаӨфөлә башҡорт теле фестивале уҙа
Өфөлә башҡорт теле фестивале уҙа

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһында әйтеүҙәренсә, фестивалдә шундай майҙансыҡтар эшләйәсәк:

башҡорт телендәге музыкаль һәм шиғри баттлдар;

кескәйҙәр өсөн башҡорт аниматорҙары менән уйындар;

ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре;

милли уйындар;

балаларҙы үҫтереүсе башҡортса уйындар, уйынсыҡтар, дидактик материалдар һәм китаптар;

башҡорт телен өйрәнеү өсөн дидактик материалдар күргәҙмәһе.

Кескәй тамашасыларҙы урам театрҙары, халыҡ бейеүҙәре, тамбурлы сигеү, бәләкәй келәмдәр һуғыу, милли биҙәүес яһау, балсыҡтан тәрилкәләр әүәләү, кейеҙҙе ҡоро килеш баҫыу буйынса төрлө оҫталыҡ дәресе көтә. Ата-әсәләр өсөн психолог һәм логопед лекциялары ойошторола. Майҙансыҡтар киске сәғәт 5-кә тиклем, Мостай Кәрим урамы яғынан инеүҙән һәм Арт-квадрат амфитеатры эргәһендә (пианино майҙаны) эшләй.

Киске сәғәт 5-тән фестивалдең төп майҙансығында башҡорт эстрадаһы артистарының концерты була. Фестивалдең төп ҡунаҡтары - Тимур Ямалов, Rena Rnt һәм "Бүреләр" төркөмө.

Инеү бушлай.

Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте рәсми төркөмдә табырға мөмөкин.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас