Милли йәштәр театры режиссёры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Хәкимов әйтеүенсә, драматург Валентин Афонин «Репетируем Шекспира» тигән пьесаһын Башҡортостан ерлегенә яраҡлаштырырға рөхсәт биргән. Шуға күрә спектаклдәге ваҡиғалар Өфөлә, тамашасыларға яҡшы таныш булған урындарҙа бара.
Сюжет буйынса, актерлыҡ курсы студенттары Уильям Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта” әҫәрен уйнай, ә тормошта үҙҙәре лә шул геройҙарҙыҡына оҡшаш хәл-ваҡиғаларға тарый. Спектаклдең жанры “Бер мөхәббәт тарихы” тип билдәләнгән.
Спектакль киске 7-лә башлана.
16+