Бөтә яңылыҡтар

Ул минең өсөн гастролгә киткән кеүек кенә...

Бөгөн билдәле йырсы Хәниә Фәрхиҙең тыуған көнө. Йырсының ҡыҙы Әлиә әсәһе тураһында, уның менән мөнәсәбәттәре хаҡында һөйләй.  

Ул минең өсөн гастролгә киткән кеүек кенә...
Ул минең өсөн гастролгә киткән кеүек кенә...

Бөгөн билдәле йырсы Хәниә Фәрхиҙең тыуған көнө. Яратҡан тамашасылары, яҡындары уны бер ҡасан да онотмай, йылы һүҙ менән иҫкә алып тора.

Һеҙҙең иғтибарға йырсының ҡыҙы Әлиә менән ойошторолған интервьюнан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

- Әлиә, әсәйегеҙҙе оҙатҡанда күҙҙәрегеҙ йәшләнмәүе күптәрҙе ғәжәпкә һалды. “Шул ҡәҙәр сабыр икән” тиеүселәр ҙә, “Һуңғы арала әсәһе менән мөнәсәбәттәре һалҡынайған булдымы икән”, тип уйлаусылар ҙа булды...

- Әсәйҙе оҙатҡанда мин түгел, уның һеңлеһе һүҙ әйтергә тейеш ине. Уның хәле насарайып китте лә, мин әйттем. Алһыу бер туҡтауһыҙ илай, атайға ла бик ҡыйын... Кемдер көслө булырға тейеш ине бит?! Миндә кескенәнән яуаплылыҡ хисе бар. Ҡайҙа булһам да, яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә ала торған ғәҙәтем бар. Унда кешегә минең илап тороуым кәрәк инеме икән? Юҡ, улар бит минең күҙ йәштәремде күрергә теләмәне. Үҙемде ҡулға алдым. Унан һуң, мин бит 3 бала әсәһе! Өс бәләкәсем дә күҙемә генә ҡарап тора. Бер аҙ кәйефем төшөп китһә лә: “Әсәй, һинең менән нимә булды?” – тип янымда бөтөрөләләр. Уларҙы борсой алмайым.  

Оло ҡыҙым Әминәгә нисек бар – шулай аңлаттыҡ. “Дәү әней китте”, тинек. Оҙаҡ уйлағас, ул минән: “Әсәй, ниңә бына уға баҫып, дәү әнейҙе кире ҡайтара торған кнопка юҡ икән?” – тип һораны.

Әсәйҙе ерләгәндә уның китеүенә ышана ла алманым. Дөрөҫөрәге, ышанғы килмәне. Ул минең өсөн ысынлап та гастролгә киткән кеүек кенә. Мин уны шулай ҡабул иттем. Әсәйҙе ерләгән көндө ул ҡәҙәр ҡыйын түгел ине, иң ҡыйыны хәҙер – йәшәй-йәшәй уны һағынаһың, юҡһынаһың, уның юҡ икәненә инанаһың...

Әсәйем менән мөнәсәбәттәребеҙ насар булған тип уйлаусыларға теләгем бер генә: уларҙың атай-әсәйҙәре оҙаҡ йәшәһен, ҡайғалар күререгә яҙмаһын.  

Сығанаҡ: t.me/tatar_estrada

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: