Илеш районына юл төшкәндә, ундағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына ла инеп сығырға форсат тейҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, ғәжәпләндерҙе ул. Экспозициялар бик эстәлекле, ҡыҙыҡлы, экспонаттарға бай. Боронғолоҡтан алып хәҙерге көндәргә тиклем ҡыҫҡаса экскурс яһап була. Музей етәксеһе, йәғни өлкән ғилми хеҙмәткәр Гөлназ Гәрәева – бик хисле, үҙ эшенә мөкиббән киткән, күргәҙмәләрҙәге тарих тураһында сәғәттәр буйы туҡтамай һөйләй алған ханым. Ул был вазифаһын инде туғыҙ йыл алып бара.
Муниципаль мәҙәни учреждение район үҙәге Үрге Йәркәйҙә, мәҙәниәт һарайында урынлашҡан.
– Музей алыҫ 1967 йылдың 4 ноябрендә асылған, – тип ойошторолоу тарихы менән таныштыра әңгәмәсем. – Уға тәүге һулыш өрөүсе кеше – ул саҡта райкомда эшләгән, аҙаҡ Үрге Йәркәйҙәге 1-се мәктәпкә етәкселек иткән Х. Х. Хәмиҙуллин. Башта учреждение йәмәғәт башланғысындағы хәрби һәм хеҙмәт даны музейы булараҡ асылып, дүрт залдан тора. Аҙаҡ ҙурыраҡ бина бирелә, ә 1988 йылдан дәүләт статусы бирелә һәм музей әлеге атамаһын ала. 1990-сы йылдар башында музейыбыҙ әлеге бинаға – район мәҙәниәт һарайына күсеп, 990 квадрат метрҙан ашыуыраҡ майҙанды биләй, – ти ғорурлыҡ менән Гөлназ Марат ҡыҙы, яратҡан эш урыны менән төплөрәк таныштырырға теләп.
Хәҙерге көндә музейҙың төп фондында – 3,5 меңдән күберәк экспонат бар, фәнни-ярҙамсыл экспонаттар иһә – ике меңдән ашыу.
Илештең ер-һыу үҙенсәлектәре сағылдырылған “Тәбиғәт” залына ингәс, күҙ алдында был төйәктең хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы вәкилдәре пәйҙә була. Әкиәттә әйтелгәнсә, “борон-борон заманда” йәшәгән мамонттың теше, кәркәдән (носорог) һәм бизондың теше менән мөгөҙө, 240 миллион йыл элек үҫкән ағастың ташҡа әйләнгән өлөшсәләре лә бар бында. Ҙур мышы кәүҙәһе музейҙың был яғына ниндәйҙер мөһабәтлек биреп тора, вағыраҡ хайуан-ҡоштарҙы ла яҡындан күрергә, райондың тәбиғәт ҡомартҡыларына күҙ һалырға мөмкин.
Археология залында инде, атамаһынан уҡ күренеүенсә, археологик ҡаҙылма эштәренән һуң хәҙерге Илеш ерендә ҡасандыр, бик элекке дәүерҙәрҙә булған ҡаласыҡтарҙа, ҡәберлектәрҙә табылған тарихи өлгөләр ҡуйылған. Мәҫәлән, Рсай ауылы янында табылған бронза дәүерҙәге ҡурғандар ҡәберлеге, тимер быуаттағы Ҡыпсаҡ ҡаласығы һәм “Хан зыяраты” экспонаттары бар, шулай уҡ “Ҡыпсаҡ ҡаласығы” диорамаһы эшләнгән.
Этнография залындағы XIX быуат аҙағы – XX быуаттың беренсе яртыһындағы крәҫтиәндәр көнкүреше әйберҙәре тарихи үткәндәргә илтә. XX быуат башындағы Үрге Йәркәй күренеше айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Бында бүрәнән һалынған крәҫтиән йортон, рус халҡы вәкилдәре йәшәгән бай йорттоң күренештәрен ҡарарға була. Залдың айырым, затлы биҙәге – батша заманынан ҡалған пианино.
Әлбиттә, халыҡтың милли үҙенсәлектәрен, матди мәҙәниәтен сағылдырған ҡәҙерле ҡомартҡылар ҙа бихисап, милли кейем өлгөләре булһынмы, көнкүреш әйберҙәреме – һәр ҡайһыһы ата-бабаларыбыҙҙың көнитмешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Төрлө нәҫел-заттың шәжәрәләре лә ҡуйылған бында, ә араһында 20-гә хәтлем быуын тураһында мәғлүмәттәр һаҡланғаны бар, ғәжәп бит!
“Район тарихы” залы Илештең барлыҡҡа килеү тарихын бәйән итә, төбәктәге эшмәкәрлек, тарихи осорҙар менән таныштыра. Зал ике өлөштән тора – “Илештәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” һәм “Район һуғыштан һуңғы ваҡытта һәм хәҙер”. Тәүгеһендә фронттан ҡайтҡан ҡомартҡылар – араһында хатта фашистар атланып йөрөгән “тимер ат”, фашист мылтығы ла бар... Айырыуса ҡәҙерле экспонаттар – һалдат хаттары, яугирҙәрҙең фотоһүрәттәре, Советтар Союзы Геройы А. Абдуллиндың шәхси әйберҙәре.
Икенсе өлөшө Илеш еренең үҫешенә, ҡаҙаныштарына, уның тормошона, төрлө өлкәләге эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән, шулай уҡ билдәле шәхестәренә, бындағы ойошма, учреждениеларға арналған.
Бер һүҙ менән әйткәндә, районға беренсе тапҡыр ғына килгән кеше лә, музейға инеп, уның хаҡында күп мәғлүмәт белеп, яҡындан танышып сыға ала.
Илеш музейы бөгөн дә, электән килгән матур эште дауам итеп, ошонда ғүмер иткән кешеләрҙең белемен арттырыу, үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Ата-бабаларыбыҙҙың тарихи үткәне, мәҙәни мираҫы, йола, ғөрөф-ғәҙәттәре, ауыл эшсәндәренең бөгөнгө маҡтаулы хеҙмәте менән таныштырыу ҙа тора музей эшсәндәре иңендә. Ошо күп тармаҡлы эште ентекле, һөҙөмтәле итеп алып барыу өсөн бында тематик кисәләр ҙә үтеп тора, асыҡ дәрестәр бирелә, экскурсиялар ойошторола, райондың танылған кешеләре менән осрашыуҙар үткәрелә.
– Музей эшенең тағы бер йүнәлеше – ул күргәҙмәләр. Бында уҡыусы балаларҙың да, йәштәрҙең дә, өлкәндәрҙең дә ижади ҡомары тыуҙырған өлгөләр урын ала, – ти ҡәнәғәтлек менән Гөлназ Марат ҡыҙы һәм айырым бер ғорурлыҡ менән өҫтәп ҡуя:
– Ә йыл һайын музейға килгән кеше һанын иҫәпләһәң, улар биш меңдән артып китә, – ти.
Беҙ барғанда музейҙа тап шундай күргәҙмәләрҙең береһе – республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа арналған “Илештә эштә” тип аталған экспозиция эшләй ине. Бында – етәксенең районға эш сәфәрҙәре, халыҡ менән йәнле аралашыу мәлдәре, колхоз баҫыуҙарын иңләгән мәлдәре... Президент эргәһендә – райондың абруйлы шәхестәре, ауыл эшсәндәре, уҡыусы балалар. Гөлназ Марат ҡыҙы һәр фотоһүрәт эргәһендә туҡталып, айырым бер йылылыҡ, ихласлыҡ менән унда һынланып ҡалған мәл тураһында бәйән итә. Илештәрҙең Мортаза Ғөбәйҙулла улына булған тәрән хөрмәте, уның хаҡында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлауҙары сағыла бында.
Гөлназ Гәрәева кеүек энтузиастар, үткәндәргә ихтирам менән ҡараған шәхестәр булғанға ла, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған тиңһеҙ ҡомартҡылар, тарихыбыҙ шулай һаҡланып киләлер ҙә. Музейҙан сыҡҡанда, күңелде ошондай рәхмәт тойғолары биләне.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Илеш районы.
Автор фотолары.