Бөгөн билдәле яҡташыбыҙ Гөлназ Асаеваның тыуған көнө. Ул 26 йәшен ҡаршы алды. Шундай йәш булыуына ҡарамаҫтан, Гөлназ тормоштоң һәр йәһәтенән дә уңышҡа өлгәшкән. Үҙе билдәле йырсы, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай, илебеҙ буйлап гастролдәр ойоштора. Шул уҡ ваҡытта ире Вилдан Шәмсетдинов менән ҡыҙҙары Динәне үҫтерәләр.
Башҡортостанда билдәле йырсы Лилиә Биктимерова менән Татарстан йондоҙы Рөстәм Асаевтың йырлы-моңло ғаиләһендә тыуғанғамы, Гөлназ бәләкәйҙән бик матур тауышлы була һәм ҙур сәхнәлә йырлай. Аҙаҡ әсәһе республикабыҙҙың халыҡ артисы Фәдис Ғәниевкә кейәүгә сыҡҡас, Гөлназ уны ла бик йылы ҡабул итә һәм әлегә тиклем татыу йәшәйҙәр. Ҡустыһы Кәримде бик ярата. Әйткәндәй, ул да музыка сәнғәте менән ҡыҙыҡһынып үҫә.
Әлеге ваҡытта Гөлназ ғаиләһе менән Ҡазанда йәшәй, тик форсат булыу менән ата-әсәһе янына Башҡортостанға ҡайтып йөрөй. Йәш йырсыны беҙ ҙә тыуған көнө ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ.
Фото: Гөлназдың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.