– Форумдың маҡсаты – һеҙҙе Башҡортостандың белем биреү учреждениелары, башҡорт халҡының мәҙәниәте, йолалары, тарихы менән таныштырыу. Киләсәктә тормошоғоҙҙо беҙҙең республика менән бәйләргә ҡарар итһәгеҙ, ата-бабаларығыҙ ерҙәрен онотмаһағыҙ, беҙҙең тырышлыҡ бушҡа китмәҫ, – тине Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Рифат Бикҡолов.
Бер нисә көн эсендә йәш милләттәштәребеҙ Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булырға, “Мин башҡортса һөйләшәм” ғаилә фестивалендә ҡатнашырға, ваҡ бәлеш бешереп өйрәнергә, Торатауға менергә, аттарҙа һыбай йөрөргә, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үтергә өлгөрҙө. Әлеге мәлдә балалар Өфөләге музейҙар, юғары уҡыу йорттары, республика лицей һәм гимназиялары менән таныша.
Форумдың ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто.