Башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәре күп милләтле йыйынтыҡҡа ингән

Татарстандың билдәле шағиры Ленар Шәйехтең “Ҡәләмле донъя” йыйынтығы донъя күрҙе. Китапҡа автор 15 халыҡтың 31 шағирының татар теленә тәржемә ителгән шиғырҙарын туплаған.

Башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәре күп милләтле йыйынтыҡҡа ингәнБашҡорт шағирҙарының әҫәрҙәре күп милләтле йыйынтыҡҡа ингән
Башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәре күп милләтле йыйынтыҡҡа ингән

– Ленар Шәйехтең тәржемәләр китабы татар мәҙәниәтенең лайыҡлы ҡаҙанышы тип баһаланыуға лайыҡлы, –  тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева.

Йыйынтыҡта әзербайжан, немец, алтай, башҡорт, венгр, ингуш, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, молдова, поляк, рус, удмурт, француз, яҡут, япон телдәренән тәржемәләнгән әҫәрҙәр урын алған.

Башҡорт шағирҙары Тамара Ғәниева, Риф Тойғон, Риф Мифтахов һәм Зөһрә Ҡотлогилдинаның  поэтик шәлкемдәренә ҙур урын бирелгән.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас