Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән!

Хәйбулла оҫтаһы Гөлназ Сурина кейеҙҙән ысын мөғжизәләр тыуҙырыу һәләтенә эйә!

Барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән!
Барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән!

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (халыҡ телендә- Вәзәм) ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙарының даны районда ғына түгел, тотош республикала, илдә киң билдәле. "Вәзәм шәлдәре" клубының һуҡма шәлдәре әллә күпме күргәҙмәләрҙә ҡуйылды, бихисап урындар яуланы. Ҡасандыр үҙҙәренең һуҡма шәлдәре менән дан алған ауыл уңғандары әле кейеҙ һуға, йөндән төрлө тәпешкәләр эшләй. Ә бына уларҙың етәксеһе Гөлназ Сурина кейеҙҙән ойоҡ, селтәрҙәр, бейсболкалар, төрлө ырыу тамғалары һуғылған түбәтәйҙәр, япмалар, намаҙлыҡтар һәм башҡа әйберҙәр эшләй. Ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй, эшләгән эштәренең осо- ҡырыйы ла юҡ.

Афарин, Вәзәм оҫтаһы!

Фото: Гөлназ Сурина

Барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән!
Барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән!
Барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән!
Барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән!
Барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән!
Барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: