Бөтә яңылыҡтар

“Беҙ һинең балаларың, Рәсәй!”

Тамашасыларҙы Өфө музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәренең йыйылма ансамблдәре һәм коллективтары – ҡурайсылар, скрипкасылар, тынлы оркестр һәм хор ҡыуандырҙы.

“Беҙ һинең балаларың, Рәсәй!”
“Беҙ һинең балаларың, Рәсәй!”

12 июндә Өфөлә Рәсәй көнөнә, Ҡала көнөнә һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған ҙур байрам концерты быйыл Башҡортостандың милли геройы исемендәге майҙанда, “Торатау” конгресс-холы янында үтте.

Сараны Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған “Салауат-дан” әҙәби-музыкаль композицияһы асты.

Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, Башҡортостандың милли музыка ҡоралдары халыҡ оркестры, ҡала мәҙәниәт һарайы артистары сағыу сығыштар бүләк итте. Тамашасыларҙы Өфө музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәренең йыйылма ансамблдәре һәм коллективтары – ҡурайсылар, скрипкасылар, тынлы оркестр һәм хор ҡыуандырҙы.

Артабан “Беҙ һинең балаларың, Рәсәй!” тип аталған тамаша ҡуйылды. Сәхнәлә көн дауамында рус һәм башҡорт йырҙарын башҡарыусы халыҡ ансамблдәре сығыш яһаны, был тамашасыларға милли мәҙәниәттәрҙең байлығын һәм төрлөлөгөнән ләззәт алырға мөмкинлек бирҙе. Музыкаль номерҙарҙы бик күп талантлы коллективтар әҙерләгән, улар араһында халыҡ бейеү ансамблдәре, хореография студиялары һәм өлгөлө ансамблдәр, шулай уҡ Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге, Өфө балалар филармонияһы, “Мотостроитель” мәҙәниәт һарайы, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы, “Держава” барабансылар төркөмө артистары бар.

Концерт 20:00 сәғәткә тиклем дауам итте.

Фото: www.gorodufa.ru

“Беҙ һинең балаларың, Рәсәй!”
“Беҙ һинең балаларың, Рәсәй!”
“Беҙ һинең балаларың, Рәсәй!”
“Беҙ һинең балаларың, Рәсәй!”
“Беҙ һинең балаларың, Рәсәй!”
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: