Бөтә яңылыҡтар

“Яугиргә видеояҙма” конкурсы йомғаҡтары билдәле

Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Матбуғат йорто алдында байрам үтте

“Яугиргә видеояҙма” конкурсы йомғаҡтары билдәле
“Яугиргә видеояҙма” конкурсы йомғаҡтары билдәле

Өфөләге Матбуғат йорто алдында уҙған Матбуғат баҫмаларына яҙылыу сараһы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле янында башланды һәм һуңынан яйлап Матбуғат йорто алдындағы майҙансыҡҡа күсте.

Сарала БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев, БР Журналистар союзы идараһы һәм советы ағзалары, баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, журналистика ветерандары ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова тәбрикләне.

Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары араһында уҙғарылған “Яугиргә видеояҙма” конкурсы йомғаҡтары тураһында хәбәр итте. “Яугиргә хат” республика конкурсы 2024 йылдың 1 апреленән 1 июнгә тиклем ойошторолған. Бөтәһе 30-ға яҡын эш ҡабул иткәндәр. БР Журналистар союзының Көньяҡ биләмә-ара бүлексәһе редакциялары (рәйесе Альбина Ладыженко) дүрт видеоэште тәҡдим иткән; Көньяҡ-көнбайыш биләмә-ара бүлексәһе (рәйесе Гәүһәр Фазуллина); Ҡырмыҫҡалы (рәйесе Әлфиә Әхмәҙуллина), Баймаҡ һәм Ейәнсура мәғлүмәт үҙәктәре (рәйесе Гүзәл Сәлихова), республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре айырыуса әүҙемлек күрһәткән.

Еңеүселәргә БР Журналистар союзы ойошмаһының бүләктәре һәм дипломдары тапшырылды. Беренсе урын “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға бирелде. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында өс эш тәҡдим иткән, улар менән ул туранан-тура осрашҡан һәм аралашҡан, махсус хәрби операция биләмәһенә матбуғат төркөмө составында барып әҙерләгән материалдары.

Икенсе урынға – “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, “Йәшлек” республика гәзите хәбәрсеһе Гөлназ Шәйхетдинова,  Халыҡ ижады үҙәгенең мәғлүмәт бүлеге мөдире Зөлфиә Сафина (Баймаҡ ҡалаһы), өсөнсө урынға –  “Аманат” журналының яуаплы секретары Зөбәржәт Яҡупова, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррире) Гүзәл Сәлихова, “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе Гөлшат Сәйетбаталова (Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге),  Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенең версткалау буйынса инженеры Мария Псянчина (Васильева) лайыҡ булды.

Тәҡдим ителгән конкурста әүҙем ҡатнашҡандары өсөн “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Юлдаш” радиоһы тапшырыуҙарын алып барыусылар: Айбулат Сисәнбаев, Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Таңсулпан Байтимерова дипломдар менән бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының почет грамоталары менән “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Гөлдәр Бүләкбаева – Биргәнова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина,  “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан Гөлшат Ҡунафина бүләкләнде.

Вәдүт Исхаҡов БР Журналистар союзына яңы ингән журналистарға ағзалыҡ танытмаларын тапшырҙы.

Был көндө башҡорт матбуғатына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалдылар.

Коллектив фотоға төшкәндән һуң тантаналар Матбуғат йорто алдындағы майҙанда дауам итте – Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы концерт булды, гәзит һәм журналдарға яҙылыу ойошторолдо.

Фото сығанағы: https://vk.com/club201842946.

 

“Яугиргә видеояҙма” конкурсы йомғаҡтары билдәле
“Яугиргә видеояҙма” конкурсы йомғаҡтары билдәле
“Яугиргә видеояҙма” конкурсы йомғаҡтары билдәле
“Яугиргә видеояҙма” конкурсы йомғаҡтары билдәле
“Яугиргә видеояҙма” конкурсы йомғаҡтары билдәле
“Яугиргә видеояҙма” конкурсы йомғаҡтары билдәле
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: