Бөтә яңылыҡтар

"Беҙ ауылдың шәп малайҙары!"

Популяр видеолар авторы һәм уның эштәре менән танышығыҙ.

"Беҙ ауылдың шәп малайҙары!"
"Беҙ ауылдың шәп малайҙары!"

24 йәшлек Рамаҙан Санъяров Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәй, һөнәре буйынса – иретеп йәбештереүсе. Балалар ҡатнашлығында төшөрөлгән видеолары социаль селтәрҙә киң таралған.

– Түбә ҡасабаһында ике туған ҡустыларым үҫә. Уларға һәм дуҫтарына ҡарайым да таланттарына һоҡланам. Малайҙар йыр-бейеүгә оҫта, видеоға артистар кеүек килештереп төшәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасабала уларҙың һәләтен үҫтереү өсөн ижади түңәрәктәр юҡ. Шуға ҡустылар артынан йүгереп йөрөп видео төшөрәм. Улар тәртипле булһын, үҙ телен һәм мәҙәниәтен белһен, һәләттәрен үҫтерһен, тип тырышам, – ти һәүәҫкәр видеооператор.

Рамаҙан юғары белем алырға һәм режиссёрлыҡ эше менән шөғөлләнергә теләй. Тимәк, киләсәктә тағы ла бик күп матур эштәрен ҡарап ҡыуанасаҡбыҙ әле!

 

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: