Бөтә яңылыҡтар

“Бындай программа барлығын белмәй инем”

Шәңгәрәевтәр ғаиләһе бына ун йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп, яҡты уйҙар, матур пландар менән йәшәй.

“Бындай программа барлығын белмәй инем”
“Бындай программа барлығын белмәй инем”

Ҡырмыҫҡалы ауылы Мәҙәниәт һарайының талантлы тауыш режиссеры Филүс Щәңгәрәев райондың тормошон сағыуыраҡ итеү, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртеп, ижадҡа ылыҡтырыу өҫтөндә уңышлы эшләй.

Егет үҙе Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килгән. Мәҙәниәт өлкәһендә юл башлауында ата-әсәһе ҙур роль уйнаған. ”Атайым Фәйләс Ғәббәс улы һәм әсәйем Зәнфиә Ғәләүетдин ҡыҙы талантлы кешеләр ине. Улар ауылыбыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашты. Атайым бейергә яратты, ә әсәйем кейәүгә сыҡҡанға ҡәҙәр клуб мөдире булып эшләгән”, – ти Филүс Шәңгәрәев.

Мәктәптә уҡығанында музыка түңәрәгенә йөрөй, төрлө музыкаль инструменттарҙы үҙләштерә, иптәштәре менән район, республика конкурстарында, фестивалдәрҙә ҡатнаша.  Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына  уҡырға инә. Беренсе курстан һуң  егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Аҙаҡ уҡыуын уңышлы тамамлап, Ҡариҙел ауылының музыка мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 2011 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка факультетына ситтән тороп уҡырға инә, “тауыш режиссеры” белгеслеген һайлай. Шул мәлдән уның хеҙмәт юлында яңы үҙгәрештәр башлана ла инде. Район мәҙәниәт йортонда тауыш режиссеры, аҙаҡ күләмле саралар режиссеры, 2021 йылда Шаран мәҙәниәт йортонда директор урынбаҫары вазифаларын башҡарғандан һуң Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәниәт йортона тауыш режиссеры вазифаһына эшкә саҡырыла.

–Районға мин “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” дәүләт программаһы буйынса эшкә килдем. Бындай программа барлығы хаҡында белмәй ҙә инем. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева тап ошо программа менән таныштырҙы, документтар йыйыуҙа ярҙам итте. Шулай итеп, республика ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ, түләүҙәр алдым,– тип һөйләне Филүс Шәңгәрәев.

Шәңгәрәевтәр ғаиләһе бына ун йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп, яҡты уйҙар, матур пландар менән йәшәй. Әлфиә Дим ҡыҙы менән мәктәп йылдарынан уҡ таныш. “Ул минең һәр эшемдә ҙур таяныс һәм кәңәшсе. Яҡшы хужабикә һәм бына тигән хәстәрлекле әсә”, – ти ул ҡатыны тураһында. Ғаиләлә Аида исемле ҡыҙҙары һәм Эмиль исемле улдары үҫә. Бәләкәй генә булһалар ҙа, ижад менән шөғөлләнәләр, йыр конкурстарында ҡатнашалар. Ғаиләгә ижади уңыштар һәм табыштар теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: