Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимов бушлай концерт ҡуя

Уларҙың был ниәтен хуплаусылар ҙа, өнәмәүселәр ҙә бар...

Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимов бушлай концерт ҡуя
Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимов бушлай концерт ҡуя

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Гүзәл Уразова социаль селтәрҙә тиҙҙән тормош юлдашы Илдар Хәкимов менән бушлай концерт ҡуйырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр итте.

“Илдарҙың тыуған яғында, Башҡортостандың Әлшәй районының Торонтайыш ауылында, Аллаһ бирһә, ҙур концерт ойошторабыҙ. 6 июлдә киске сәғәт 6-ла башларбыҙ. Сәхнә уҙған йылдағыса мәктәп янында булыр. Концертҡа кереү бушлай. Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле ауылдаштар һәм ҡайтҡан ҡунаҡтар!” – тип яҙҙы Гүзәл Уразова.

Йырсыларҙың был ниәтен хуплаусылар ҙа, өнәмәүселәр ҙә бар. “Ни эшләп кемдер һеҙҙең концертҡа аҡса түләп, ә кемдер бушлай йөрөргә тейеш?” тип яҙған ҡайһы берәүҙәр. Ундайҙарға яуап итеп: “Сөнки улар Илдарҙың тыуған ауылында концерт ҡуя! Афариндар!” тип хуплаусылар ҙа күп.

Фото: Гүзәл Уразованың социаль сетәрҙәге сәхифәһенән (vk.com/urazova_official)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: