Бөтә яңылыҡтар

Пермь крайында Бөтә Рәсәй һабантуйы уҙа

15 июндә Пермь крайының Барҙы ауылында Бөтә Рәсәй һабантуйы уҙа. Фольклор байрамында Рәсәйҙең 50 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан делегаттар ҡатнаша. Сараға 70 мең самаһы кешенең килеүе көтөлә.

Пермь крайында Бөтә Рәсәй һабантуйы уҙа
Пермь крайында Бөтә Рәсәй һабантуйы уҙа

Башҡортостандың рәсми делегацияһын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бәҙрәнов етәкләй. Дегегаттар араһында Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире Ынйы Вернигора, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов та бар.

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам ҡунаҡтарын йөкмәткеле байрам программаһы көтә. Башҡортостандың Тәтешле һәм Дүртөйлө райондары башҡорт ихатаһын урынлаштыра. Бында милли ризыҡтарҙы, башҡорт халҡының көнкүреш әйберҙәрен күрергә мөмкин. Этно-ауылға ингән ерҙә ҡунаҡтарҙы легендар башҡорт ҡымыҙы һәм сәк-сәк менән ҡаршы алалар. Майҙансыҡ биләмәһендә оҫталарҙың халыҡ художество кәсептәре әйберҙәре – башҡорт милли кейеме элементтары, сувенирҙар, бал, шифалы үләндәр, кейеҙ, туҡыусылыҡ күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола.

Башҡорт ихатаһы ете тирмәнән тора. Уларҙың береһендә ғәйнә (Пермь) башҡорттарының көнкүреше күрһәтелһә, икенсеһендә – халыҡ йолалары, өсөнсөһөндә милли аш-һыу менән танышырға мөмкин. «Баллы» кибеттә теләгән һәр кем башҡорт балын һәм умартасылыҡ продукттарын тәмләп ҡарай ала. Тәтешле һәм Әбйәлил райондарында етештерелгән үҙенсәлекле һәм шифалы милли эсемлек – ҡымыҙҙан ауыҙ итергә була. Шулай уҡ Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ынйыһы – «Танып» шифаханаһы менән таныштырыу һәм юллама уйнатыу ойошторола.

Фольклор байрамында башҡорт ырыуҙары картаһының исм туйы үтәсәк, уның тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һөйләй. Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, сығыш яһауҙан тыш, оҫталыҡ дәресе үткәрә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияға арналған зона эшләйәсәк, унда килеүселәргә батырҙарса һәләк булған Тәтешле районы егете – «Барс-17» батальонының ҡаһарман яугире Фәнис Хөсәйенов тураһында һөйләйәсәктәр.

Спорт тамашаларын яратыусылар «Бәйге» халыҡ ярышын ҡарай ала, унда «Табын» һәм «Йылан» ырыуҙары командалары көс һынаша.

Һабантуйҙы Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары биҙәй. Тамашасыларҙы «Түңгәүер» бейеү ансамбле, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Азат Ҡарасурин, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Илнур Мөфтәхов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иршат Ҡарасурин, республиканың халыҡ артистары Айбулат Рәхмәтуллин һәм Раян Алтыншин сағыу сығыштары менән ҡыуандырасаҡ. Шулай уҡ «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө (етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамазанов) сығыш яһай.

Ат сабыштары һәм билбау көрәше буйынса «Көрәш» ярыштары байрамдың төп спорт саралары булып тора.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: