Бөтә яңылыҡтар

Өфөгә билдәле йондоҙҙар килә

Байрам саралары Ленин исемендәге майҙанда, «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдында һәм «Ватан» этнопаркында Рәсәй һәм республика эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы киске программа менән тамамлана.

Өфөгә билдәле йондоҙҙар килә
Өфөгә билдәле йондоҙҙар килә

Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә Рәсәйҙең тиҫтәләгән опера һәм эстрада йондоҙҙары килә. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һөйләне.

30-31 августа «Ватан» этнопаркында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале ойошторола. Ә 31 августа, Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән көндә, «Өфө-Арена»ла «Ваҡыт йылғаһы» - баш ҡаланың әһәмиәтле осорҙары буйлап тарихи сәйәхәт» театрлаштырылған тамашаһы була. Концерт программаларында Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Николай Басков, «Пицца» төркөмө һәм Рәсәй эстрадаһының башҡа йондоҙҙары ҡатнаша.

Бынан тыш, августа Өфөнөң Совет майҙанында ике ҙур музыкаль фестиваль - «Геройҙар ваҡыты» бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы һәм «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале үтәсәк. Евгений Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры, Үзбәкстан Республикаһының Дәүләт симфоник оркестры һәм алдынғы солистар - Денис Мацуев, Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Женизбек Пиязов өфөләрҙе үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырасаҡ.

Августа Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Третьяков дәүләт галереяһының үҙенсәлекле сәнғәт күргәҙмәһе асыла. Сентябрҙә Өфөлә Сергей Образцов исемендәге Дәүләт академия ҡурсаҡ театрының гастролдәре һәм икенсе «Әйҙә уйнайыҡ» бөтә Рәсәй уйындар фестивале үтәсәк. Ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Илдар Абдразаҡов фестивале һәм Дәүләт Эрмитажы көндәре уҙғарыла.

- Бик бай программа, - тине Радий Хәбиров. - Әгәр үҙегеҙ әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, был беҙҙең Мәҙәниәт министрлығының яҡшы эше буласаҡ.

31 августа, Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән көндә, байрам саралары программаһы хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һөйләне.

Шулай итеп, юбилей тантаналары һәм мәҙәни-күңел асыу саралары ҡаланың барлыҡ райондарының йәмәғәт киңлектәрендә үтәсәк.

Байрам Дуҫлыҡ монументына һәм «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалыуҙан башлана. Шунда уҡ киләсәк быуынға ваҡыт капсулаһын һалыу һәм башҡорт, абхаз халыҡтарының дуҫлығы хөрмәтенә колоннда асыу тантанаһы була.

Сәғәт 12-лә Октябрь проспектында «Өфө һәр ваҡыт» фестивале башлана, унда, атап әйткәндә, Өфө сәнәғәт предприятиелары экспозициялары менән ҡала ҡаҙаныштары күргәҙмәһе эшләйәсәк. Ленин исемендәге майҙанда 200-ҙән ашыу һөнәрсе һәм халыҡ-художество кәсептәре оҫталары ҡатнашлығында күргәҙмә-йәрминкә ойошторола. Улар брендлы сувенир продукцияһын тәҡдим итә.

Байрам саралары Ленин исемендәге майҙанда, «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдында һәм «Ватан» этнопаркында Рәсәй һәм республика эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы киске программа менән тамамлана.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: