Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровҡа – 50 йәш

Актёр һәм йырсы юбилейын ҡасан туйлаясаҡ? Был хаҡта сайтта уҡығыҙ.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровҡа – 50 йәш
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровҡа – 50 йәш

– Әле генә 30 йәшлек булып сәхнәлә йүгереп йөрөй ине, хәҙер миңә – 50! Ышанып та булмай. Был һан бары тик паспортта ғына, ә үҙемде мин күпкә йәш тоям, көсөм ташып тора, – тине Азамат Ғафаров “Башҡортостан” гәзитенә биргән интервьюһында. – Юбилей кисәһен коллективым менән бергә 12 октябрҙә үткәрергә йыйынабыҙ. Был шәмбе көнө була. Барлыҡ тамашасыларымды көтөп ҡалам. Барыһын да һөйләп тормайым, әммә бик ҡыҙыҡ буласаҡ.

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы Азамат Фидан улын күркәм юбилейы менән ҡотлай һәм ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм рух күтәренкелеге теләй!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры Азамат Ғафаров менән әңгәмәне баҫмабыҙҙың алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: