Бөтә яңылыҡтар

Данлыҡлы театр 104-се миҙгелен яба

21 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 104-се ижад миҙгелен был йылдың премьераһы менән йомғаҡлай

Данлыҡлы театр 104-се миҙгелен яба
Данлыҡлы театр 104-се миҙгелен яба

104-се ижад миҙгеле театр өсөн уңышлы булды. Ул йәш автор Заһиҙә Мусинаның повесы буйынса ҡуйылған «Килен» спектакле менән асылды, режиссёры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер Фирғәт Ғарипов эшләне. Яңы йыл алдынан Туймазы дәүләт татар драма театры режиссёры Айҙар Зарипов йәш тамашасыларҙы «Юғалтылған ваҡыт тураһында әкиәт» (Евгений Шварц) менән ҡыуандырҙы. Миҙгел аҙағында режиссёр Илсур Ҡаҙаҡбаев ғаилә менән ҡарау өсөн «Заятүләк менән Һыуһылыу» спектаклен әҙерләй (Мәжит Ғафури, Мария Малухина). Премьера 28 июндә була.

104-се театр миҙгелендә байтаҡ артистарыбыҙ дәүләт наградалары алып ҡыуанды - Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмировҡа – “Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов менән Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаевҡа – Салауат Юлаев ордены, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илдар Ғүмәровҡа – Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегетовҡа Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы тапшырылды.

Миҙгел юбилярҙарға ла бай булды. Башҡорт театр сәхнәһе легендалары Илдар Ғүмәров менән Рәүис Заһитов матур тормош байрамдарын билдәләне, ә Башҡортостандың халыҡ артистары Ирек Булатов менән Сәғиҙулла Байегет, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Байымов алтын юбилейҙарын ҡаршы алды.

Росконцерт программаһы сиктәрендә Рәсәй Милли драма театрының (Александра театры) гастролдәре уҙҙы.

Апрелдә данлыҡлы театрыбыҙ Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта үткән «МИТЕМ» халыҡ-ара театр фестивалендә ҙур уңыш менән сығыш яһаны. Венгрия милли театрының төп сәхнәһендә башҡорт артистары Мәжит Ғафуриҙың повесы буйынса Айрат Абушахмановтың «ҡара йөҙҙәр» спектаклен күрһәтте.

104-се театр миҙгеленең төп ваҡиғаһы – «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале. Фестиваль тәүге тапҡыр «милли театрҙар» исеме аҫтында уҙҙы, бынан алда ул «төрки телле театрҙар фестивале» тип аталды.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республика район-ҡалаларында йәшәгән тамашасыларҙы ла онотмай. Коллектив бер йыл эсендә төрлө спектаклдәр менән Башҡортостандың байтаҡ ҡалаһында һәм район үҙәктәрендә булды. Ҡазан ҡалаһындағы гастролдәре лә аншлаг менән үтте.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: