Бөтә яңылыҡтар

Сибай драма теарында – премьера!

Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 93-сө ижад миҙгелен “Беҙҙең байлыҡ” спектакленең премьераһы менән япты.

Сибай драма теарында – премьера!
Сибай драма теарында – премьера!

Йәш драматург Айбулат Сәсәнбаев өсөн дә был тамаша дебют булып тора – уның тәүге драма әҫәре донъя күрҙе. Спектаклде билдәле режиссер Зиннур Сөләймәнов ҡуйҙы.

Ағалы-ҡустылы Азат менән Азамат һәм икенсеһенең ҡатыны Ғәлиә ауылдағы йортто һатырға ҡарар итә. Шул саҡ иҫке әйберҙәр араһынан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүесе табыла, ул батша заманындағы көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән. Туғандар үҙенсәлекле ҡомартҡы менән фотоға төшөп, социаль селтәргә һала. Шунан башлана ла инде уларҙың мажаралары. Боронғо әйберҙе һатып алырға, һатырға һәм ҡомартҡы итеп һаҡларға теләүселәр барлыҡҡа килә.

Спектакль, ҡыҙыҡлы итеп ҡуйылһа ла, тамашасыны көлкө аша етди һорауҙар тураһында уйланырға мәжбүр итә: ваҡыт ҡәҙерен беләмме, был героҙар урынында мин нимә эшләр инем, ата-бабаларҙың ышанысын аҡлай аламмы?

“Беҙҙең байлыҡ” спектакле “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Спектакль бөгөн, 19 июндә, икенсегә күрһәтелә.

Фото: Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры.

Сибай драма теарында – премьера!
Сибай драма теарында – премьера!
Сибай драма теарында – премьера!
Сибай драма теарында – премьера!
Сибай драма теарында – премьера!
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: