Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан мәҙәниәте - Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында

Башҡортостан Республикаһының данын Туймазы районынан Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле һәм Күмертау ҡалаһынан Иҙел Тунников сығып яҡлаясаҡ

Башҡортостан мәҙәниәте - Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында
Башҡортостан мәҙәниәте - Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында

Ҡазанда үтәсәк фестивалдә 1 185 кеше ҡатнаша. Рәсәйҙең 80 төбәгенән килгән коллективтар һәм башҡарыусылар үҙҙәренең милли мәҙәниәтен, һәләтен, оҫталығын һәм сәнғәткә һөйөүен күрһәтә.

Балалар фольклориадаһы барышында ҡатнашыусыларҙың милли кейемдә атлап уҙыуы, Татарстан Республикаһының муниципаль берәмектәренә күсмә концерттар менән сығыуы, түңәрәк өҫтәл, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө төбәктә таралған уйын һәм бейеүҙәрҙе өйрәнеү, киске уйын кеүек саралар уҙа.

Бынан тыш, программала фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары, Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусы коллективтар вәкилдәренең Татарстан Республикаһының дәүләт власы органдары вәкилдәре менән ижади осрашыуы һәм «Халыҡтар дуҫлығы» әйлән-бәйләне ҡаралған.

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы – үҙенсәлекле ижади проект, «Халыҡ ижады – балаларға» проекты сиктәрендә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Фестивалдең маҡсаты – Рәсәйҙә балалар һәм үҫмерҙәр ижадының үҙенсәлекле традицияларын һаҡлап ҡалыу, төбәктәр араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү, илдең балалар һәм үҫмерҙәр милли һәм фольклор коллективтарын бөтә Рәсәйҙәге ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү.

Башҡортостан мәҙәниәте - Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында
Башҡортостан мәҙәниәте - Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: