Бөтә яңылыҡтар

Лилиә Ишемйәрова ейәне менән рекорд ҡуйған!

Йырсы үҙен ни өсөн "өлгөлө өләсәй" тип атаған?

Лилиә Ишемйәрова ейәне менән рекорд ҡуйған!
Лилиә Ишемйәрова ейәне менән рекорд ҡуйған!

Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Ишемйәрова социаль селтәрҙә ейәне – Зөлхизә ҡыҙының улы менән төшкән фотоһын һалған.

“Мин бөгөн өлгөлө өләсәй! Тамерлан ейәнем Өфөлә. Бергәләп 17 мең аҙым үттек бөгөн. Өфөнөң иң матур ерҙәрендә йөрөнөк”, тип яҙған йырсы.

Тамерланға ошо көндәрҙә 7 ай тула икән, ул – Мәскәү башҡорто. Өләсәһе ыңғайына көн буйы мыжымай ғына йөрөгәс, тимәк, шәп егет булып үҫеп килә. Тиҙҙән олатаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, мәргән уҡсы Урал Мортазиндан өҙҙөрөп бейергә һәм уҡ атырға ла өйрәнеп алыр әле!

Фото: Лилиә Ишемйәрованың "Бәйләнеш"тәге битләүенән.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: