Бөтә яңылыҡтар

“Йыл китабы-2024” конкурсына эштәр ҡабул ителә

Һәр йыл уҙғарылып килгән “Йыл китабы” милли конкурсына эштәр һәм ғаризалар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә. 

“Йыл китабы-2024” конкурсына эштәр ҡабул ителә
“Йыл китабы-2024” конкурсына эштәр ҡабул ителә

Унда 2023 йылдың 1 авгусынан 2024 йылдың 1 авгусына тиклем донъя күргән китаптар ҡатнаша ала. Былтыр конкурсҡа 108 нәшриәттән 900-ҙән ашыу китап ебәрелгән.

Конкурс түбәнге номинацияларҙа үтә:

“Йыл прозаһы” – иң яҡшы хикәйәләр, новеллалар һәм нәҫерҙәр йыйынтыҡтары, романдар, повестар, үҙенсәлекле баҫмалар һәм китап сериялары;

“Йыл шиғриәте” – иң яҡшы шиғри йыйынтыҡтар, үҙенсәлекле баҫмалар һәм китап сериялары;

“ХХ быуат балаларына” – балалар өсөн китаптар;

“NEXT быуыны” – үҫмерҙәр өсөн китаптар;

“Humanitas” – социаль һәм гуманитар өлкәләргә арналған баҫмалар, шул иҫәптән энциклопедиялар
“Non-fiction” –  тәбиғи-ғилми баҫмалар

“Art-китап” – үҙенсәлекле, юғары художестволы баҫмалар, автор дизайны һәм художестволы биҙәлеше булған китаптар;

“Китап баҫыу сәнғәте” – ватан полиграфияһында баҫылған, юғары полиграфия кимәлендә башҡарылған китаптар;

“Электрон баҫмалар һәм аудиокитаптар” – оҡшаш ҡағыҙ китаптарҙан айырылып торған үҙенсәлекле электрон баҫма продукттар һәм мультимедиалы проекттар, шулай уҡ аудиокитаптар;

“Беҙҙең заман геройы” – илһөйәрлек, хәрби йәки граждандар ҡаһарманлығы темаһына, заман геройҙарына һәм уларҙың бөгөнгө шарттарҙағы әһәмиәтенә арналған баҫмалар. Сәсмә һәм шиғри әҫәрҙәр ҡарала.

“Йыл китабы” – конкурс йылының мөһим йәмәғәт ваҡиғаһына әйләнгән һәм юғары нәшриәт-полиграфия кимәлендә әҙерләнгән баҫмалар.

Ғаризаларҙы тапшырыу шарттары:

  1. Почта, транспорт компанияһы йәки курьер аша баҫманың ике данаһын ебәрегеҙ, ҡағыҙҙағы форманы һәм ойошманың фирма бланкында оҙатыу хатын тултырығыҙ. Хатта номинацияны, нәшриәтте һәм әҫәрҙе күрһәтегеҙ. Конверт тышына “Йыл китабы” конкурсына” тип яҙығыҙ.

Адресы: 107078, Мәскәү ҡалаһы, Яңы Басман урамы, 19-сы йорт, 1-се төҙөлөш, “Халыҡ-ара китап күргәҙмәләре һәм йәрминкәләре дирекцияһы” ойошмаһы.

Транспорт компаниялары өсөн ҡабул итеүсенең телефон һандары: 7 (985) 575-10-00.

  1. Тултырылған форманы электрон төрҙә түбәндәге адрес буйынса ебәрегеҙ: [email protected]

Конкурста Рәсәй нәшриәттәре һәм нәшриәт ойошмалары ғына ҡатнаша ала. Тәржемә баҫмалары һәм проекттары ҡаралмай.

Конкурсҡа ебәрелгән китаптар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай.

Финалсыларҙың исемлеге 2024 йылдың август аҙағында Һанлы үҫеш министрлығы сайтында баҫыла. Еңеүселәрҙе иғлан итеү һәм бүләкләү 2024 йылдың сентябрендә Мәскәү халыҡ-ара китап йәрминкәһендә уҙа.

Белешмә өсөн телефон һандары: Юлия Гнездилова, +7 (495) 771-80-00 (өҫтәлмә һандар: 48291).

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: