Бөтә яңылыҡтар

"Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Бының өсөн видеоролик төшөрөргә кәрәк, унда төрлө быуын ғаилә ағзалары китапты ҡысҡырып уҡырға тейеш.

"Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ" конкурсында ҡатнашығыҙ!
"Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы 18 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләрҙе «Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Конкурстың маҡсаты: ғаиләлә уҡыуҙы популярлаштырыу, ғаилә уҡыу традицияларын тергеҙеү һәм дауам итеү, ғаиләлә уҡыу даирәһен булдырыу, бала менән өлкәндәрҙең диалогы өсөн шарттар тыуҙырыу, йәш быуында ғаилә һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итеү.

Конкурста ҡатнашыу өсөн видеоролик төшөрөргә кәрәк, унда төрлө быуын ғаилә ағзалары китапты ҡысҡырып уҡырға тейеш. Бәйге ике номинацияла уҙғарыла: «Проза» һәм «Шиғриәт». Эштәрҙе ҡабул итеү 2024 йылдың 30 сентябрендә тамамлана.

Һәр номинацияла өсәр еңеүсе ғаилә билдәләнәсәк. Еңеүселәргә дипломдар, бүләккә китаптар тапшырыласаҡ. Улар өсөн мәҙәни программа ла ойоштороласаҡ. Бүләкләү тантанаһы 2024 йылдың декабрендә Мәскәүҙә үтә.

0+

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: