Әлим кемгә оҡшаған?

Әлиә Ҡарасурина - Төхвәтуллина улының кемгә оҡшаған булыуы хаҡында һөйләгән.

Әлим кемгә оҡшаған?Әлим кемгә оҡшаған?
Әлим кемгә оҡшаған?

Йәш пар Әлиә менән Ришат Төхвәтуллиндарҙың ошо көндәрҙә ситса туйҙары булған. Уларҙың ҡатын һәм ир булып йәшәүҙәренә бер йыл тулып та үткән. 

Йәш әсә үҙенең яңылыҡтары менән әленән-әле социаль селтәрҙәге дуҫтары менән уртаҡлашып тора. Күптәр улдары Әлимдең кемгә оҡшауы хаҡында ҡыҙыҡһыналар икән. 

"Күптәр миңә оҡшаған булыуын әйтә. Ҡайһы берәүҙәр ҡарай ҙа, кемгә оҡшағанын аңлай алмай," – тип яуап биргән был Әлиә.

Йәш әсәй сабыйының башын тотоуы хаҡында хәбәр итә. Бәләкәс тыуғандан алып «ығы-ығы» тип һөйләшә икән. Һуңғы арала Әлим Төхвәтуллин уйынсыҡтар менән дә ҡыҙыҡһына башлаған.

Йәштәрҙе беҙ ҙә ситса туйҙары менән ҡотлайбыҙ һәм ғүмерҙәрендә әллә күпме туйҙар тәхетендә ултырыуҙарын теләйбеҙ! Ә Әлим ауырымай тиҙерәк үҫһен!

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас