Өфөлә «Әсәй, атай, мин – музыкаль ғаилә» конкурсының финалы үтә

  Барлығы 57 ғаилә конкурста ҡатнашыу теләген белдергән, 12-һе финалға сыҡҡан.  

Өфөлә «Әсәй, атай, мин – музыкаль ғаилә» конкурсының финалы үтәӨфөлә «Әсәй, атай, мин – музыкаль ғаилә» конкурсының финалы үтә
Өфөлә «Әсәй, атай, мин – музыкаль ғаилә» конкурсының финалы үтә

Конкурстың финалында ғаиләләр төрлө жанрҙа сығыш яһаясаҡ: хореография, вокал, музыка ҡоралдарында уйнау, үҙенсәлекле сығыштар, фольклор һәм сәсәнлек сәнғәте.

Конкурста Алсыновтар (Өфө ҡалаһы), Әхмәтйәновтар (Туймазы районы), Ғәлләмовтар (Балтас районы), Сәғәҙиевтар (Мишкә районы), Сәйетғәлиндар (Салауат районы), Татлыбаевтар (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Топычкановтар (Өфө ҡалаһы), Төхвәтуллиндар (Илеш районы), Өмөтбаевтар (Архангел районы), Хәмитовтар (Мишкә районы), Хәсәновтар (Баймаҡ районы), Юлбирҙиндар (Өфө ҡалаһы) ғаиләләре сығыш яһай.

Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Инеү бушлай.

Конкурстың маҡсаты – ғаилә институтын һаҡлау һәм яҡлау, ғаилә йолаларын һәм ҡиммәттәрен нығытыу, ата-әсәләрҙе ғаилә шарттарында балалар менән уртаҡ эшмәкәрлеккә әүҙемерәк йәлеп итеү, ата-әсәләр һәм балалар араһында аралашыуҙың педагогик мәҙәниәтен үҫтереү.

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас