Бәйге өс этапта үтә:
– ғаризалар ҡабул итеү;
– конкурс эштәрен яҡлау һөҙөмтәһендә финалсыларҙы билдәләү;
– йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү.
Финал өлөшөндә бәйгеселәр костюмдары менән таныштырасаҡ.
Конкурста Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә, Рәсәй төбәктәрендә һәм яҡын сит илдәрҙә йәшәгән оҫталар – реконструкторҙар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, профилле юғары уҡыу йорттарының 16 йәштән алып студенттары һәм милли кейем темаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар ҡатнаша ала.
Конкурс номинациялары:
Конкурсҡа мотлаҡ рәүештә тарихи костюм өсөн өлгө итеп алынған төп сығанаҡтың һүрәте тапшырыла.
Конкурсҡа илһам сығанағының һүрәте һәм эскиздар мотлаҡ тапшырыла.
Ғаризалар (1-се ҡушымта) конкурста ҡатнашыу өсөн ойоштороусыларҙың электрон почтаһына «ЗАЯВКА» билдәһе менән ҡабул ителә.
Конкурсҡа бәйле һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итергә:
проект етәксеһе – Сәлимә Марат ҡыҙы Усманова, 8 (961) 046-23-56;
куратор – Иҙел Фәрит улы Хәкимов, 8 (967) 739-08-62.