Санкт-Петербургта һабантуй үтә

Ул иртәгә була.

Санкт-Петербургта һабантуй үтәСанкт-Петербургта һабантуй үтә
Санкт-Петербургта һабантуй үтә

29 июндә Санкт-Петербург ҡалаһының һәм Ленинград өлкәһенең «Һабантуй» өлкә байрамы уҙа. Байрам ҡала һәм өлкә, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан хакимиәттәре ярҙамында үткәрелә, уны Төньяҡ баш ҡаланың милли-мәҙәни автономиялары ойоштора.

Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһын Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты һәм «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкләй. Делегация составына шулай уҡ Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин һәм Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе Гөлназ Ибраһимова инә.

Башҡортостан мәҙәниәтен Сибай концерт-театр берекмәһенең, Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрының һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ижади коллективтары күрһәтәсәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24296/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас