Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Шүлгән-таш” музейын асҡан саҡта 2022 йылдың 9 июлендә Рәсәйҙә беренсе Евразия күсмә цивилизациялар үҙәген төҙөү тураһындағы ниәтен белдергәйне. Ул “Турахан” визит үҙәген, музей бинаһын, “Башҡорт аты” һәм “Күскенсе” СПА үҙәктәре төҙөлөшөн үҙ эсенә ала.
“Көс урыны. “Турахан” визит үҙәге” фәнни-популяр фильмы Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы төҙөлөшөнөң беренсе этабы тураһында һөйләй. Картинаны БСТ телеканалы менән “Самрау” фонды берлектә төшөргән.
Фильм документаль һәм нәфис өлөштәрҙән тора. Унда Турахан, Хөсәйенбәк, башҡорт бейҙәре, Евразия күсмә халыҡтары тарихы һәм башҡорт төйәгенең нисек, ниндәй шарттарҙа Алтын Урҙаға (Улус Джучи) ҡушылыуы һүрәтләнә.
– Күскенселәр тарихы аҙ өйрәнелгән, шуға күрә фильм өҫтөндә эшләүе ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та булды. Тиҫтәләп мәҡәлә, китап, монография уҡылды, архив материалдары өйрәнелде. Тарихсылар, рәссамдар, археологтар, проектлаусылар менән берлектә эшләнек. Фильмда Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙән 30-ҙан ашыу билдәле ғалим Евразия күскенселәре тураһындағы уйҙары менән бүлешә. Кинокартинаны төшөрөүҙә үҙ эшенең оҫтаһы булған ҙур төркөм эшләне. Улар – режиссерҙар Әлфиә Арыҫланова, Ләйсән Рамаҙанова, композитор Айҙар Хәмзин, компьютер графикаһы белгесе Айрат Өмөтбаев, операторҙар Азамат Даянов, Ринат Кашапов, Илшат Дәүләтбирҙин, Сергей Шелепин, Урал Ғатауллин, Алексей Бычаев, мөхәррир Гөлнара Абдурахманова һәм башҡалар, – ти проект етәксеһе, автор Гәүһәр Батталова.
Алтын Урҙа дәүерен һынландырыу өсөн картинаның фәнни консультанты Илнур Бүләковҡа, археолог Дим Ғиззәтовҡа һәм рәссам Даян Вәлиуллингә бик кп эҙләнергә тура килә. Улар кадрға ингән һәр әйбергә етди ҡарай. Археолог Дим Ғиззәтов иһә Алтын Урҙа костюмдары буйынса айырым фәнни мәҡәлә яҙған.
Ролдәрҙә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, республиканың халыҡ артистары Азамат Ғафаров, Рәсүл Ҡарабулатов, йәш башҡарыусылар Данил Ғуфранов, Азамат Зәйнетдинов, Айбек Ғәлиев һәм башҡалар уйнай.
– БСТ телеканалы тамашасылары беренсе тапҡыр бөйөк мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин тураһында уникаль видеокадрҙар күрәсәк. Улар үзбәк тарихсыһы Ринат Шиһабдиновтан алынған. Төп нөсхәләре Америка Конгресы китапханаһында һаҡлана, – ти проект етәксеһе Гәүһәр Батталова. – Фильмды төшөрөүселәр төркөмө Үзбәкстан менән Ҡаҙағстанға ла барып ҡайтты. Ижади сәфәрҙә Башҡортостандағы боронғо кәшәнәләрҙең Урта Азиялағы ҡоролмалар менән архитектур оҡшашлығына иғтибар ителде.
Фильмдың тағы бер үҙенсәлге шунда: ул һуҡырҙар өсөн тифлокомментарийлы итеп әҙерләнә.
Проект Башҡортостан Республикаһы башлығының кинематография өлкәһендәге грантына тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы" акционерҙар йәмғиәте.