Быйыл Мәскәү һабантуйында абруйлы ҡунаҡтар сифатында махсус хәрби операция яугирҙәре ҡатнаша. Дуҫлыҡ байрамына килгән һәр кем маскировка селтәрҙәрен үреүҙә ҡатнаша һәм яугирҙәргә хаттар яҙып ҡалдыра ала.
– Мәскәү һабантуйы – баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн күптән билдәле сағыу ваҡиға, йыл һайын ул 250 меңдән ашыу кешене милли мәҙәниәттәр мөхитенә йәлеп итә. Быйыл майҙансыҡтар һаны артты, шуға күрә байрамға килгән ҡунаҡтар һаны ла артыр, беҙҙең мәҙәниәттең дә, республиканың да дуҫтары күбәйер, тип ышанабыҙ, – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Бшҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, төп сәхнәлә иртәнән алып кискә тиклем милли коллективтар, эстрада йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артистары Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев, Хәлит Фәтихов, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Лилиә Биктимерова, Фәдис Ғәниев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Заһир Зәйнетдинов, Рөстәм Шаһыбалов һәм Искәндәр Ғәзизов, “Бишбармаҡ” оркестры, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Бейеү театры кеүек сағыу башҡарыусыларҙы һәм коллективтарҙы күрергә мөмкин.
Милли көрәш майҙансығында быйыл тамашасыларҙы билбау көрәше буйынса Донъя кубогының финал ярыштары көтә. 15 илдән килгән көрәшселәр араһынан кем иң көслөһө булыр?
Башҡорт ауылы биләмәһендә йыр-бейеү, халыҡ уйындары һәм милли кәсеп өлгөләре йәрминкәһе ойошторола. Башҡортостан Республикаһы исеменән Ҡырмыҫҡалы һәм Ейәнсура муниципаль райондары сығыш яһай.
Музей-ҡурсаулыҡтан ситтәрәк ат сабышы уҙа. Йәш спортсылар ат өҫтөндө оҫта йөрөү, атты менгегә өйрәтеү, конкурс буйынса көс һынаша.
Быларҙан тыш милли кейемдәрҙә фотоға төшөү, төрлө ҡул эшен башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәрес, милли аш-һыу менән танышыу кеүек фәһемле һәм ҡыҙыҡлы әүҙемлектәр көтөлә. Кескәйҙәр өсөн балалар һабантуйы ла ойошторола.
Һабантуй иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 10-ға тиклем бара, артабан таңға тиклем йәштәр өсөн дискотека үткәрелә.
Сараны ойоштороусылар: Мәскәү Хөкүмәте, Башҡортостан Хөкүмәте, Татарстан Хөкүмәте, Мәскәү ҡалаһының татар милли-мәҙәни автономияһы.