Бөтә яңылыҡтар

Дәүләт премияһына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Уның күләме 1000 000 һум тәшкил итә.

Дәүләт премияһына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана
Дәүләт премияһына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия дәүләт премияларына дәғүә итеүгә ғаризалар һәм әҫәрҙәр ҡабул итә. Йыл һайын йәмәғәтселектә танылыу яулаған иң талантлы, үҙенсәлекле әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн Салауат Юлаев исемендәге өс дәүләт премияһы бирелә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 2024 йылдан һәр премияның күләме арттырылды һәм 1000 000 һум тәшкил итә.

Салауат Юлаев исемендәге премия тәүге тапҡыр 1967 йылдың октябрендә СССР-ҙың 50 йыллығы хөрмәтенә бирелә, ә 1968 йылдан башлап, БАССР-ҙың ойошторолоу көнө алдынан, 23 мартта, тапшырыла.

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһына төрлө йылдарҙа Мостай Кәрим, Хөсәйен Әхмәтов, Зәйнәб Биишева, Александр Тюлькин, Фәйзи Ғәскәров, Һәҙиә Дәүләтшина, Баязит Бикбай, Назар Нәжми һәм тыуған төйәген данлаған башҡа күренекле ижадсылар лайыҡ булған.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән һылтанма буйынса үтеп танышырға мөмкин.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: