14 июлдә Өфөләге милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә “Тәгәрмәс” фестивале була. Унда балалар өсөн велосипедтарҙа уҙыштар, оҫталыҡ дәрестәре, ижади номерҙар, авторҙар менән осрашыуҙар, кино һәм, әлбиттә, дискотека ойошторола. Сара 17 сәғәттә велосипедтар фестиваленән башлана һәм алты майҙансыҡта ойошторола. 2 – 16 йәшлек балаларҙы онлайн теркәү талап ителә (sporteve.ru/events/velodetstvo2024). Был ҡатнашыусыларға номерҙар, ярыштарҙа ҡатнашҡан балаларҙың исем-шәрифтәрен теркәү өсөн кәрәк. Әйткәндәй, велосипедтарҙа уҙышҡан ваҡытта шлем кейеү мотлаҡ.
Сарала ҡатнашыусылар менән разминканы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Юниор Өфө ҡыҙыл машина” балалар хоккей мәктәбе генераль директоры Антон Матренин, Рәсәй хоккейсыһы, халыҡ-ара спорт мастеры, Рәсәйҙең туғыҙ тапҡыр чемпионы, “Ағиҙел” хоккей командаһы ҡапҡасыһы Анна Пругова үткәрә. Программаға ярашлы, “Алтын тубырсыҡтар” үҫеш һәм ижад үҙәгенән оҫталыҡ дәрестәре ижад итеү мөмкинлеген асасаҡ.
Сараның концерт өлөшөнә килгәндә, “Һәләттәр планетаһы” һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлау, улар менән эшләү һәм алға этәреү үҙәге һәм “Һигеҙенсе нота” инклюзив балалар эстрада хоры тәрбиәләнеүселәре сығыш яһай. “Спутник” коллективының Zumba күнекмәләре, «Алемана», «220 В» бейеү студияларынан оҫталыҡ дәрестәре көтөлә. Бәләкәй китап һөйөүселәр өсөн “Китап” магазины майҙансыҡ ойоштора. Әйткәндәй, магазин күптән түгел Өфөләге Ленин урамындағы 26-сы йортта ишектәрен асты. Йәйге кинотеатр биләмәһендә «Китап байрамы-2024" халыҡ-ара китап йәрминкәһе бестселлеры авторы Айҙар Ғәзизов менән осрашыу була. Шулай уҡ Камил Йыһаншиндың “Тайга тарихтары”на үҙенсәлекле “сәйәхәт” көтөлә. Тағы ҡала дизайнерҙарының яңы мода коллекциялары үҙенсәлекле булмаҡсы. Колерия, MAMASITA, Shakirova Venera, LEMU и Arseniy Boretskiy Өфө брендтары күрһәтелә. Мода күрһәтеүенән һуң Arseniy Boretskiу брендын булдырған Арсений Борецкийҙан бүләк көтөлә. Фестиваль “Darman project” дискотекаһы менән тамамлана.
Был матур сараны Өфө ижади проекттар үҙәге, Башҡортостандың Маунтинбайк Велосипед спорты федерацияһы, “Китап” магазины һәм мода күрһәтеүҙәре әйҙәүсе белгесе Яна Фәхретдинова ойоштора. Рәсми бағыусы һәм партнер – “Башавтоком” компаниялар төркөмө. “Exeed”, “Jaecoo” һәм “Omoda” премия автомобилдәре лә мауыҡтырғыс булмаҡсы.
Сараны үткәреү ваҡыты:
17:00 теркәлеү һәм велоуҙыштар;
17:00 оҫталыҡ дәрестәре, ижади номерҙар, шоу;
17:00 “Китап” магазины майҙансығы, өҫтәл уйындары;
18:00 Мода күрһәтеүе;
18:40 Башҡортостандың популяр китаптары авторҙары менән осрашыу;
20:00 Мульткүрһәтеү;
21:00 “Darman project” дмскотекаһы.
Фото: википедия.