Бөтә яңылыҡтар

Иртә менән бер өҫтәл янында тап булышҡандар ҙа...

Иҫләйһегеҙҙер, Гүзәл Уразова менән Элвин Грей араһында тауыш-ғауға булып алғайны...

Иртә менән бер өҫтәл янында тап булышҡандар ҙа...
Иртә менән бер өҫтәл янында тап булышҡандар ҙа...

Башҡортостан һәм Татарстанда киң популярлыҡ яулаған эстрада йырсылары - Гүзәл Уразова менән Элвин Грей оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған бәхәскә, ниһайәт, нөктә ҡуйған. Элвин Грей Нефтеюганскиҙа гастролдәр ваҡытында Гүзәл Уразова менән бергә төшкән фото ҡуйған. Музыкант әйтеүенсә, гастролдәр ваҡытында иртә менән улар бер өҫтәлдә тап булған һәм башҡа аңлатыуҙар яҙыуҙы кәрәкле тип тапмаған.

Гүзәл Уразова ла шәхси блогында Элвин Грей менән "Красивая, хорошая" йырын башҡарған видео урынлаштырған һәм "күптән бергә был йырҙы башҡарманыҡ" тип яҙыу ҡалдырған.

Хәтерләһәгеҙ, 2018 йылдарҙа Гүзәл Уразова Радик Юлъяҡшинды бергә башҡарған "Красивая, хорошая" йырының хоҡуҡтарын үҙенә алыуында ғәйепләгән ине.

Нисек кенә булмаһын, күптәрҙең яратҡан йырсыларына әйләнгән Гүзәл һәм Радиктың ҡайтанан бергә сығыш яһауҙары тамашасылар өсөн оло ҡыуаныс. Артабан да яратҡан йырсыларыбыҙҙан яңынан -яңы дуэттар көтөп ҡалабыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтан

Иртә менән бер өҫтәл янында тап булышҡандар ҙа...
Иртә менән бер өҫтәл янында тап булышҡандар ҙа...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: