Бөтә яңылыҡтар

Көҙҙө классик көйҙәр менән ҡаршылайбыҙ

Быйылғы көҙҙөң иң төп мәҙәни ваҡиғаларының береһе – II "Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале.

Көҙҙө классик көйҙәр менән ҡаршылайбыҙ
Көҙҙө классик көйҙәр менән ҡаршылайбыҙ

Быйылғы көҙҙөң иң төп мәҙәни ваҡиғаларының береһе – II "Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале. Өс көнлөк һоҡланғыс концерт - Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына баш ҡаланың 450 йыллығына бүләк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе фестиваль былтыр көҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса үтте. Тиҫтәләгән мең кеше күренекле оркестрҙар һәм солистар башҡарыуында донъя музыкаһы шедеврҙарын тыңланы.

Быйыл фестивалдә ҡатнашыусылар составы ысын мәғәнәһендә феноменаль.
22 август – Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан дәүләт оркестры донъяның 1-се пианисы Денис Мацуев, донъяға танылған бас - яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов, «Рәсәйҙең алтын кларнеты», Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин һәм шулай уҡ билдәле йырсы Асҡар Абдразаҡов менән сығыш яһай.

23 август – Үзбәкстан Республикаһының дәүләт симфония оркестрын билдәле солистары менән берлектә тыңларға мөмкин, улар араһында - Бегисбай Темирбаев (тенор), Хурсандбек Атамуратов (баритон), Маман Жумабаев (баритон), Отемис Джуманиязов (тенор), Женисбек Пьязов (бас-баритон).

24 август – Рәсәйҙең Е.Ф.Светланов исемендәге легендар Дәүләт академия симфония оркестры маэстро Дмитрий Крюков дирижерлығында сығыш яһай.
Бөтә концерттар Совет майҙанында үтә. Тамашалар киске 7-лә башлана, инеү бушлай.

Фотоларҙа: былтырғы фестивалдән күренештәр.

Көҙҙө классик көйҙәр менән ҡаршылайбыҙ
Көҙҙө классик көйҙәр менән ҡаршылайбыҙ
Көҙҙө классик көйҙәр менән ҡаршылайбыҙ
Көҙҙө классик көйҙәр менән ҡаршылайбыҙ
Көҙҙө классик көйҙәр менән ҡаршылайбыҙ
Көҙҙө классик көйҙәр менән ҡаршылайбыҙ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: