Бөтә яңылыҡтар

Үҫмерҙәрҙе блогерҙар мәктәбенә саҡыралар

Өфөлә ижади индустрияла үҫешергә теләгән үҫмерҙәрҙе блогерҙар төркөмөнә йыялар. Уҡыу бушлай.

Үҫмерҙәрҙе блогерҙар мәктәбенә саҡыралар
Үҫмерҙәрҙе блогерҙар мәктәбенә саҡыралар

Башҡортостандың билдәле режиссёры Рөстәм Аҙнабаевтың “ТЕЛЕШКО” медиамәктәбе иғлан иткән йәш блогерҙар төркөмө “Эйе” тип атала. Унда 13 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр түләүһеҙ уҡый ала.

Уҡытыу “ТЕЛЕШКО” медиамәктәбенең белем биреү программаһына нигеҙләнә һәм туғыҙ ай дауам итә. Проектта ҡатнашыусылар өсөн сифатлы контент төҙөү, шәхси брендты булдырыу һәм авторлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса бик күп файҙалы практикумдар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Атап әйткәндә, “Видеоблог режиссураһы”, “Кадрҙа эшләү”, “Телмәр техникаһы”, “Ҡорау режиссураһы”, “Актёрлыҡ оҫталығы” тигән дәрестәр ҡаралған.

Үҫмерҙәргә белем биреү өсөн федераль каналдарҙың режиссёрҙары, республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары, билдәле блогерҙар, актёрҙар йәлеп ителә.

Тәүге дәрестәр августа уҡ башлана. “Эйе” төркөмөнә инер өсөн ЭЙЕ.РФ һылтанмаһы буйынса үтергә һәм кастинг-анкетаны тултырырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте проекттың рәсми битләүендә табырға мөмкин.

Рөстәм Аҙнабаевтың “ТЕЛЕШКО” медиамәктәбе 12 йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул Рәсәй ижади индустрияһы өсөн кадрҙар әҙерләү урынына әүерелгән. Унда белем алған йәштәр бөгөн федераль каналдарҙа алып барыусы, режиссёр, продюсер һәм мөхәррир булып хеҙмәт итә. Шулай уҡ китематография өлкәһендә уңыш яулаусылар бар. “Телешко”ның уҡыусыларының күбеһе мәктәп йәшенән үк коммерцияға ҡоролған видеоблогтар һәм шәхси каналдар алып бара.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: