Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡта талантлы халыҡ йәшәй

Баймаҡ районының төп брендына әйләнгән “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале республикала халҡын ғына түгел, хатта күрше төбәктәрҙе һәм сит ил ҡунаҡтарын да хайран ҡалдыра.

Баймаҡта талантлы халыҡ йәшәй
Баймаҡта талантлы халыҡ йәшәй

Баймаҡ районында талантлы һәм дәртле халыҡ йәшәй. Төбәктә башҡорт әҙәбиәтен, сәнғәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән бик күп шәхестәр тыуған. Башҡорт ҡурайына республикала иң тәүгеләрҙән булып  Туғажман тауында һәйкәл ҡуйыла. Бөгөн был урын – күптәрҙең яратҡан урыны, ҡурайсыларҙың мәккәһе лә.

Баймаҡ районының төп брендына әйләнгән “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале республикала халҡын ғына түгел, хатта күрше төбәктәрҙе һәм сит ил ҡунаҡтарын да хайран ҡалдыра. Әйткәндәй, брендлы сараларға ярҙам итеү маҡсатында республика етәкселеге йыл һайын ярты миллион һум аҡса бүлә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров  бер нисә тапҡыр эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды. Эш сәфәрҙәренең береһендә төбәк Башлығы Беренсе Төркмән ауылында булды. Бында уның ҡушыуы буйынса ауыл мәҙәниәт йорто тулыһынса ремонтланды. Капиталь ремонт “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Төҙөүселәр реконструкция ваҡытында бинаның түбәһен алмаштырған, иҫке тәҙрәләр һәм ишектәр яңыларына алмаштырылған, электр менән тәьмин итеү һәм вентиляция эштәре башҡарылған. Шулай уҡ тамашасы залы өсөн креслолар, компьютерҙар һәм кәрәкле техникалар һатып алынған, сәхнә кейемдәре тектерелгән.

Шулай уҡ Төркмән мәҙәниәт йортонда Ғата Сөләймәнов музейы күсерелгән, сөнки ул авария хәлендәге айырым бинала урын алған ине. Музей ошо ауылда тыуып –үҫкән БАССР халыҡ артисы, РСФСР –ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы, ҡурайсы, фольклорсы, йырсы, ҡурайсы Ғата Сөләймәновҡа арналған. Бында шәхестең музыка инструменттары, үҙенең  төрлө әйберҙәре, иҫтәлекле экспонаттар, шулай уҡ “Ирәндек” совхозының тарихы, уның данлыҡлы эшселәренең фотоһүрәттәре урын алған.Ауыл халҡы яҡты, йылы һәм заман талаптарына яуап биргән клуб өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәтле.

-Беҙҙең республикала ауыл мәҙәниәт йорттары ике меңгә яҡын, һәм уларҙың күбеһе – иҫке хәлдә. Беҙ уларҙы эҙмә- эҙлекле рәүештә ремонтлайбыҙ. Әлбиттә, барыһы ла беҙ теләгәнсә тиҙ килеп сыҡмай. Әммә беҙ һәр Мәҙәниәт йортон ремонтлаясаҡбыҙ. Был минең принципиаль позициям, -тип билдәләп үтте Радий Хәбиров.

Баймаҡ районының мәҙәниәт бүлеге йыл һайын Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр конкурсының һайлап алыу турында ҡатнаша. Ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә “Ижади кешеләр” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дәүләт субсидиялары бирелә.

Был аҡсаға ауыл клубтарына сәхнә костюмдары, музыка һәм яҡтылыҡ аппаратураһы, мебель  һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алына. Ауыл китапханалары үҙҙәренең китап фондын тулыландыра, оргтехника һатып ала.

Мәҫәлән, 2019 йылда “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” тип Сыңғыҙ ауыл клубы таныла һәм 100 мең һум ала, “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә Әбделкәрим ауыл мәҙәниәт йорто директоры Зифинә Шәйдуллина лайыҡ була (50 000 сум).

2020 йылда Билал, Ҡолсора ауыл китапханалары  200 000 мең аҡса ала. 2021 йылда Төркмән һәм Түбә ауыл мәҙәниәт йорттары  200 000 мең һумлыҡ ярҙам алған.

2022 йылда Йәнйегет һәм Ишмөхәмәт ауыл китапханалары 200 000 мең һумлыҡ субсидия алған. 2023 йылда Темәс һәм Төркмән ауыл мәҙәниәт йорттары 227 272 мең һум алған. Быйыл субсидияға Ишмөхәмәт ауыл китапханаһы һәм Ниғәмәт модель китапханаһы китапханасыһы Гөлбикә Кейекбаева дәғүә итә.

Фото: Башинформ

Баймаҡта талантлы халыҡ йәшәй
Баймаҡта талантлы халыҡ йәшәй
Баймаҡта талантлы халыҡ йәшәй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: