Бөтә яңылыҡтар

Әбйәлилдә талантлы халыҡ йәшәй

Райондың һәр ауылында мәҙәниәт усаҡтары гөрләй, халыҡ талантлы, дәртле һәм әүҙем.

Әбйәлилдә талантлы халыҡ йәшәй
Әбйәлилдә талантлы халыҡ йәшәй

Әбйәлилдә йырламаған-бейемәгән кеше юҡтыр. Бөтә Әбйәлил бейеү менән “ауырый”, иң сағыу һәм матур мәҙәни тамашалар тап ошо төбәктән сыға, иң оҫта һәм дәртле халыҡ  бында йәшәй.

Райондың мәҙәни тормошо хаҡында һүҙ башлағанда, әбйәлилдәрҙе яҡшы белгән һәр кем  шундай һүҙҙәрҙе әйтмәй ҡалмаҫ, моғайын. Ысынлап та, бында талантлы һәм йыр-моң яратҡан халыҡ йәшәй: балаһынан алып оло йәштәгеләргә тиклем йыр-бейеүгә маһир, боронғо йолаларына тоғро, йәш таланттарҙы күреү, үҫтереү өсөн төрлө эш башҡарыла, быуындар бәйләнеше дауам ителә. Халыҡтың рухиәт ҡанаттары талмаһын өсөн район хакимиәте лә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә тырышып эшләй.

Мәҫәлән, 2020 йылда реконструкциянан һуң ишектәрен яңынан асҡан Асҡар ауылындағы мәҙәниәт һарайында тормош ысын мәғәнәһендә ҡайнай. Бер ҡыйыҡ аҫтында бында бейеү һәм балет залдары, балалар өсөн төрлө ял түңәрәктәре, бер нисә ҙур ижади коллектив, шул иҫәптән халыҡ хоры, театр, бейеү ансамбле, тынлы оркестр, фольклор ансамблдәре һәм башҡалар, шулай уҡ ЗАГС, район архивы йыйылған.

Яңы мәҙәниәт йортоноң тамаша залы 280 кешене һыйҙыра. Реконструкция дөйөм алғанда 38 миллион һумға төшә. Ошо турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып, беҙҙең бурысыбыҙ - талантлы яҡташтарға ярҙам итеү, сөнки ҡала һәм райондарыбыҙҙа мәҙәниәтте үҫтереү беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш, тигәйне. Хөкүмәт тарафынан Әбйәлилдә мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеп, 2020 йылда - 3,7 миллион һумға балалар сәнғәт мәктәбе өсөн музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдар һатып алынһа, 2022 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында Мәлик Яҡшымбәтов исемендәге кинотеатрҙа яңыртылған "Алмастау" кинозалы асылды. Проект Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды ярҙамында "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Рәхмәт, Мораҡай һәм Шәрип ауылдарында модулле клубтар төҙөлгән. Сиҙәм ауылындағы мәҙәниәт усағы тулыһынса яңыртылҡан, уның өсөн 35 млн һум аҡса бүленгән. шулай уҡ Тупаҡ ауылы клубына капиталь ремонт үткәрелгән. Быйыл иһә Йәнгел ауылындағы мәҙәни усаҡҡа капиталь ремонт башланған. Уның тәҙрәләре һәм ишектәре яңыларға алмаштырыла, фасад тулыһынса яңыртыласаҡ. Ремонт өсөн республика ҡаҙнаһынан 5 млн һум аҡса бүленгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың  мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре менән осрашҡан һайын, беҙ республикабыҙ мәҙәниәте менән ғорурланабыҙ, тип билдәләй. Беҙҙең ауылдарҙа ғына ике меңдән ашыу мәҙәниәт йорто бар. Рәсәйҙә башҡа бер генә төбәктә лә ошондай һанда ауыл мәҙәниәт йорттары юҡ. Радий Хәбиров, райондарға килгәс, мотлаҡ урындағы мәҙәни учреждениеларға барам, ти: "Беҙҙең сәнғәтте бөтә ерҙә лә ҡәҙерләйҙәр, яраталар һәм көтәләр".

Фото: асыҡ сығанаҡтан

 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: