Бөтә яңылыҡтар

Сибайҙа мәҙәни мөхит ҡайнай

"Ирәндек моңо" конкурсы- Сибай ҡалаһының брендына әйләнгән.

Сибайҙа мәҙәни мөхит ҡайнай
Сибайҙа мәҙәни мөхит ҡайнай

Сибай ҡалаһында  Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры, Сибай концерт-театр берекмәһе, Сибай сәнғәт колледжы һәм Өфө урта махсус музыка колледжының Сибай филиалы-республика ҡарамағында. Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре (уға 10 филиал инә, шуларҙың 6-һы-моделле китапхана), тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, балаларҙың сәнғәт, һынлы сәнғәт, музыка мәктәптәре, мәҙәниәт һәм ял паркы эшләй.

Һандар теле менән әйткәндә, республика ҡарамағындағы мәҙәни учреждениеларҙа –294 кеше, ә муниципаль бюджет учреждениеларҙа 79 кеше эшләй. Өҫтәмә белем биреү мәктәптәрендә 90 хеҙмәткәр, 1585 бала белем ала. 27 коллектив «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемдәрен йөрөтә. Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы филиалдарында, халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә балалар, йәштәр, өлкәндәр өсөн 32 клуб һәм берекмә эшләй.

Һуңғы йылдарҙа, атап әйткәндә, 2022 йылда «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә, балаларҙың сәнғәт, һынлы сәнғәт, музыка мәктәптәре 5,78 миллион һумға яңы музыка ҡоралдары -пианино, баяндар, скрипкалар, гитаралар, барабан ҡулайламаһы, нота, заманса мультимедиа ҡорамалдары һәм уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителеүҙән башлайым.

Үҫмерҙәр модель китапханаһында Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды гранты ярҙамында «Йәш әҙәбиәтселәр акселераторы» проекты тормошҡа ашырылды. Проектта ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы эштәре «Бәхетле баласаҡ» исемле китап булып донъя күрҙе.

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостандағы Сибай ҡалаһы ойошмаһы менән берлектә әҙерләнгән «Донъяға тәҙрә» социаль проекты Президент гранттары Фонды иғлан иткән конкурста еңеүсе булды. Сибай үҙәкләштерелгән китапхана системаһының 5-се китапхана-филиалында күреү һәләте насар булған 15 кеше Брайль системаһы буйынса уҡырға һәм яҙырға өйрәнде. Проект нигеҙендә уҡытыу өсөн кәрәкле әйберҙәр: Брайль буйлап әлифба-ҡапсыҡ, Брайль яҙыу приборы, грифель, дәфтәрҙәр һатып алынды.

Рәсәй Федерацияһы Президенты грантының «Мәҙәни код» йүнәлешендә «Барыһы ла һинең ҡулда» проекты менән еңеү яулап Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбе беренсе бушлай балсыҡтан әүәләү оҫтаханаһын булдырҙы.

2023 йылда Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы нигеҙендә, «Башланғыс» гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы менән берлектә әҙерләнгән «БиблиоТирмә» проекты Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яуланы. Башҡорт халҡының йолаларын, көнкүрешен һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән проектты ғәмәлгә ашырыу быйыл 1 сентябрҙә башланасаҡ һәм 2024 йылдың мартына тиклем дауам итәсәк. Китапханалағы «Сәсән тирмәһе» мөйөшө «БиблиоТирмә» экспозицияһына реконструкцияланасаҡ.

Сибай ҡалаһынын тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы конкурсында еңеп 500 меңгә яҡын суммаға ҡорамалдар һатып алды.

«Пушкин картаһы» федераль проектына Сибайҙың 10 мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы ҡушылды.

Моделле үҫмерҙәр китапханаһының хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәге Сибай коррекция мәктәбе менән берлектә ойошторған сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн «Китапхана ирекмәне» проекты эш башланы һәм ул әле лә дауам итәсәк.

Белем биреү учреждениеларын террорға ҡаршы һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү маҡсатында Балалар музыка мәктәбе биләмәһе уратып алынды.

Сибайҙа ҡалаға ғына хас, үҙенсәлекле саралар, конкурс-бәйгеләр үҙғарыла. Шуларҙың береһе "Ирәндек моңдары" төбәк -ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы. Был конкурс йыр сәнғәтендә әллә күпме яңы исемдәр асты, күпме йырсыларға сәнғәт юлынан китергә оло этәргес булды.

Музей «Башкортостан Республикаһында мәктәп туризмы» федераль проектында ҡатнашты. Проектка ярашлы Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан 400-ҙән ашыу баланы ҡабул итте. Республикала тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге берҙән-бер музей баҫмаһы «Сибай музейының тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары» йыйынтығының 9-сы сығарылышы донъя күрҙе. Сибай музейы Рәсәйҙең этнография музейҙары ассоциацияһына инде. Уникаль һәм ҡыҙыҡлы контентлы берләшмә булдырған өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Прометей» ут билдәһе алды.

Һуңғы йылдарҙа ижади коллективтарҙан, өҫтәмә белем биреү мәктәптәренән меңдәрсә  бала һәм өлкәндәр төрлө кимәлдәге 200 -ҙән ашыу конкурста үҙ көстәрен һынап ҡараны. Күбеһе призлы урындар яуланы.

2022 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Хәсәнов Илдар Һатыбалды улы, Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Ласынов Динар Мират улы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исеменә Сибай сәнғәт колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы Фаттахова Дилә Йомабай ҡыҙы лайыҡ булды.

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ оҫтаһы» юғары исеме ағас һырлау оҫталары Владимир Пономоревҡа, Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Йәноҙаҡ Ҡылысовҡа бирелде.

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары Риф Сәйфуллин «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы», Юнир Ғәйнуллин, Венер Сөнғәтов «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», Салауат Вәлеев, Резеда Сәфиуллина «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Шуныһы ҡыуаныслы һуңғы ваҡытта Сибай концерт -театр берекмәһе артистары бер -бер артлы маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Улар араһында махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугир- артистарҙың булыуы икеләтә ҡыуаныслы.

Фото: Сибай мәҙәниәт бүлеге сайтынан

 

Сибайҙа мәҙәни мөхит ҡайнай
Сибайҙа мәҙәни мөхит ҡайнай
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: