Бөтә яңылыҡтар

“Ел, ерәнем” йырының тарихын беләһегеҙме?

Был йыр хатта Бөтә Союз совет йыры радиоконкурсында 1-се урынды яулаған.

“Ел, ерәнем” йырының тарихын беләһегеҙме?
“Ел, ерәнем” йырының тарихын беләһегеҙме?

Йырҙың ижад ителеүенә иҫтәлекле ваҡиға – Керчь (Ҡорос) ҡушаматлы яу атының үҙ яғына әйләнеп ҡайтыуы сәбәпсе була. Ул Бөйөк Ватан һуғышынан Башҡортостанға ҡайтҡан берҙән-бер ат булараҡ тарихҡа инеп ҡала.

“Был хәлде ишеткәндән һуң композитор Заһир Исмәғилев менән шағир Нәжиб Иҙелбай илһамланып китеп "Ел, ерәнем" йырын ижад итә. Ул совет кавалерия йырҙары традицияларында яҙылған һәм башҡорт милли ерлегендә үҫтерелгән. Йырсы Сәлих Хөснийәров уны тәү башлап 1946 йылда СССР Композиторҙар союзы пленумында башҡара, ә 1949 йылда был йыр Бөтә Союз совет йыры радиоконкурсында 1-се урынды яулай. Атҡа ла, яугиргә лә үҙенсәлекле музыкаль һәйкәл ул”, тип яҙа сәнғәт фәндәре докторы Гөлназ Ғалина.

Һуғышҡа ебәрелгән сағында Керчь биш йәшлек була, уны данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алалар. Алғы һыҙыҡҡа ул 1942 йылдың июнендә эләгә. Брянск өлкәһенән Берлин ҡалаһына тиклем барып етә, ике тапҡыр ҡаты яралана.

Керчь әйләнеп ҡайтҡас, ауыл халҡы Еңеү көнөндәге кеүек ҡыуанған, хатта шатлыҡтан илаған, тиҙәр. Тыныс тормошта ат колхозға хеҙмәт иткән, 23 йәшкәсә йәшәгән.

Былтыр, 2023 йылда, Миәкә районының Илсеғол ауылында Керчь иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Унан алдараҡ, 2022 йылдың көҙөндә, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса “Ҡорос. Яугир ат яҙмышы” спектакле ҡуйылды.

Шуныһы ҡыуаныслы: данлы тарихыбыҙға бәйле йыр бөгөн кескәйҙәр ауыҙынан яңғырай. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамир Тайыповтың балалары – Баязит менән Сара уны берәй ерҙән өйгә ҡайтҡан һайын йырларға ғәҙәтләнгән икән.

Видео: Дамир Тайыповтың "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән.

Фото: Резеда Шәнгәрәева.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: