Бөтә яңылыҡтар

Йығылып ятһаң, иғтибар ҙа итмәй үтерҙәр

Урамда эскән кеше генә ҡолап ятамы?

Йығылып ятһаң, иғтибар ҙа итмәй үтерҙәр
Йығылып ятһаң, иғтибар ҙа итмәй үтерҙәр

Кешеләрҙең үҙҙәренә бикләнеп йәшәүҙәре, битарафлығы йәмғиәтебеҙҙә ят күренеш түгел. Тормош бөтәйгән һайын, күңелдәре ҡата, бәғерһеҙләнәме әллә, тигән уйҙар ҙа килеп ҡуя. Яңыраҡ яҡын ғына танышымдың студент ҡыҙы үҙе менән бәйле булған бер ваҡиғаны һөйләүе күңелде тетрәтте.

– Иртәнсәк ҡабаланып эшкә китеп барам. Ҡаты һыуыҡтар үтһә лә, ҡышҡы көн барыбер үҙенекен итә. Ҡала үҙәге булғас, кешеләр ҙә мыжғып тора. Һәр ҡайһыһы үҙенең юлы менән ҡайҙалыр ашыға. Шул ваҡыт магазин ҡаршыһында ерҙә ятҡан ир кешегә иғтибар иттем. Бер кем дә эргәһендә туҡталмай, һәр береһе үҙенең юлы менән китеп тик бара. Тәүҙә мин дә үтеп киттем. Ләкин күңелгә шул ваҡыт: “Был ағай һыуыҡта ятып туңасаҡ бит хәҙер! Бәлки уға ярҙам кәрәктер?” - тигән уй юлымды кирегә борҙо. Кейеменә ҡарағанда, асарбаҡҡа ла оҡшамаған, үҙе ыңғырашып ҡына ала. “Һеҙгә ярҙам кәрәкме?” тигәнгә яуап бирә алмай. Оҙаҡ уйлап тормай, “Ашығыс ярҙам“ хеҙмәтен саҡырттым, ул оҙаҡ көттөрмәне һәм ирҙе алып та киттеләр.

Шул кешегә ярҙам итә алған өсөн үҙемдең күңелем күтәрелде. Эшкә матур кәйефтә барып керҙем, – тип һөйләгән ҡыҙы.

Ә бит һәр ҡайһыбыҙ ҙа шул ирҙең хәлендә ҡалыуы ихтимал. Эскән кеше генә урамда йығылып ята тип әйтеп булмай, кемдеңдер йөрәгенә лә насар булыуы ихтимал. Шул саҡта үҙебеҙҙең эргәнән дә башҡалар иғтибарһыҙ ғына уҙыуын уйлаһаң, ҡурҡыныс булып китә...

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: