Бөтә яңылыҡтар

Тауыҡ көлкөһө түгел

Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килгәс, шағир Тимер Йосопов уға: “Һинең пьесаңды мәктәп сәхнәһендә ҡуйырға әҙерләткәйнем”, – тип һөйләгән. “Сер ҡапсығы” комедияһының исемен автор аҙаҡ “Тауыҡ көлкөһө”нә үҙгәрткән.

Тауыҡ көлкөһө түгел
Тауыҡ көлкөһө түгел

Өфөлә, республиканың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте магазинында, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың яңы китабының исем туйы булды.


Атаҡлы мәрәкәсе Марсель Сәлимов яҙыша башлаған осоронда – мәктәптә уҡығанда уҡ үҙенә псевдоним уйлап сығарғанын белә инегеҙме? Яҙыусының “Мар. Сәлим” тигән псевдонимы иҫке төрки телендә “сәләмәт тар-мар” тигәнде аңлата. Тимәк, сатирик, үҙе яҙғанса, кәмселектәрҙе тар-мар итеп, сәләмәт тормош өсөн көрәшеүселәр затынан. Бының ысынлап та шулай икәненә Мар. Сәлимдең “Тауыҡ көлкөһө” исемле яңы йыйынтығын уҡып, тағы ла нығыраҡ инанырға була.


Әлеге китап, автор үҙе билдәләүенсә, “Һайланған-яйланған әҫәрҙәр” теҙмәһенең икенсе томы. Беренсеһе – “Тишекле таш” тигәне – сатира-юмор һөйөүселәргә бик оҡшаны, һатыуға сығыу менән уны магазин кәштәләренән алып бөттөләр. Әйткәндәй, шул томға ингән ҡыҙыҡлы повестар рус, татар, сыуаш, инглиз һәм башҡа телдәрҙә уҡыусыларҙың да күңеленә хуш килгән. Мар. Сәлимдең “Тишекле ташы”н Лондонда инглиз телендә баҫып сығарған нәшриәт сатириктың автографы менән уны хатта королеваға ла бүләк иткән.


Һайланған-яйланған әҫәрҙәрҙең икенсе китабына балалар һәм ололар тормошонан алып яҙылған сатира, юмор ғына түгел, ә халыҡ яҙыусыһының уйынлы-ысынлы тәүге яҙмалары ла, бала сағында уҡ ижад иткән ҡыҙыҡлы повестары һәм хикмәтле хикәйәләре, фәһемле фельетондары менән шаян шиғырҙары һәм дә күңелле-күңелһеҙ күренештәргә бай сәхнә сәхифәләре тупланған.
Мар. Сәлимдең ун алты йәшендә яҙған комедияһы “Башҡортостан пионеры”нда баҫылып сыҡҡас, уны күп кенә мәктәптең йәш үҙешмәкәрҙәре сәхнәлә яратып уйнай. Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килгәс, шағир Тимер Йосопов уға: “Һинең пьесаңды мәктәп сәхнәһендә ҡуйырға әҙерләткәйнем”, – тип һөйләгән. “Сер ҡапсығы” комедияһының исемен автор аҙаҡ “Тауыҡ көлкөһө”нә үҙгәрткән. Йылдар үткәс, сатирик уны һайланған-яйланған әҫәрҙәре теҙмәһенә индереп, сираттағы китабын да шулай тип атаған.


Хәҙер Мар. Сәлим – бөтә донъяға билдәле сатирик, 50-ләп телгә тәржемә ителгән әҫәрҙәре мәртәбәле халыҡ-ара әҙәби премияларға лайыҡ булған, биш тиҫтәнән ашыу китап авторы. Ә бит “көләссик” ағайыбыҙ ижад юлы башында уҡ балалар һәм үҫмерҙәр генә түгел, ололар ҙа һоҡланырлыҡ, хатта көнләшерлек әҫәрҙәр ижад иткән. Әллә ул ысынлап та, остазы Марат Кәримов әйткәнсә, тыуғанда уҡ сатирик булып тыуҙымы икән? Ә был иһә һис тә тауыҡ көлкөһө түгел.


Осрашыуҙа сатирик кескәй саҡтағы көлкөлө хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, үҙе әйтмешләй, “бәләкәс көләкәс”тең ҡайһы бер әҫәрҙәренә байҡау яһаны. Ҡәләмдәштәренә лә шаян һүҙҙәрен йәлләмәне. Бигерәк тә оҙаҡ йылдар “Һәнәк”тә бергә эшләгән рәссам дуҫы Артур Василовтың шарждары ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Марсель ағайҙың танауын ай-һай елле төшөрә икән ул! Хатта командировка ваҡытында бер ханым Мар. Сәлимде танауынан танымай бер булған, имеш.


"Тауыҡ көлкөһө"н “Китап” нәшриәте магазинында һатып алырға була. Рәсми сайтына инеп ҡарап, почта аша ла алдырырға мөмкин.
Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Тауыҡ көлкөһө түгел
Тауыҡ көлкөһө түгел
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: