Бөтә яңылыҡтар

Яҙмыштан ҡасып булмай ...

Ғүмерең, ризығың бөтһә, бер көнгә лә ҡала алмайһың

Яҙмыштан ҡасып булмай ...
Яҙмыштан ҡасып булмай ...

Яҙмыш, маңлайыңа яҙылғанды күрәһең, тигән һүҙҙәрҙе һәр кем ишеткәне барҙыр. Берҙән-бер улы Фәнистең фажиғәле үлеменән һуң Гөлсинә апай ҙа быға ныҡлы инанды.

Өйләнешеүҙәренә биш йыл тигәндә ире район үҙәгенән машинаһында  ҡайтып килгәндә боҙлауыҡлы юлдан ситкә сығып осоп һәләк булды.  Эшкә киткән еренән шулай хушлашып та тормай мәңгелеккә китеп барҙы.

Иренең төҫө итеп, ҡәҙерләп кенә үҫтерҙе улын Гөлсинә апай. Ул  атаһына оҡшап бәләкәйҙән техника менән ҡыҙыҡһынды. Атаһының иҫке мотоциклын һүтеп-йыйып көндәре үтте. Үҫә төшкәс атаһынан ҡалған еңел машинаны ла йөрөтөргә өйрәнеп алды. Ун һигеҙ йәше тулғанда тәжрибәле водителдәрҙән ҡалышмай ине. Ләкин  тап техника уның башына етте.

Тәүге тапҡыр юл фажиғәһенә дуҫтары менән күрше ауыл клубына китеп барған ерҙә тарыны. Йәштәр тейәлешкән еңел машинаға ҙур машина килеп бәрелде. Рулдә барған Фәнис һөйгән ҡыҙы Рәзиләне юғалтты, үҙенең яуырыны һынып  оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡты. Тән генә түгел, йән ғазабы ла алып килде был фажиғәле хәл уның өсөн.

 - Башҡаса рулгә бер ҡасан да ултырмаясаҡмын. Һиңә һүҙ бирәм, - тине ул әсәһенә дауаханан сыҡҡас.

Ысынлап та, айҙар, йылдар үтһә лә Фәнис машина йөрөтөргә теләмәне. Тиҙҙән атаһының машинаһын да, мотоциклын да һатып ебәрҙеләр.

Ләкин улай итеп кенә яҙмышыңдан ҡасып булмай икән. Ҡара ҡайғы килтергән ауыр көн Гөлсимә апайҙың  күҙ алдынан ғүмерҙә лә китмәҫ.

Ҡалала юғары уҡыу йортонда уҡырға ингәйне улы, ике аҙна һайын ауылға ҡайтып ярҙамлашып йөрөнө. Был көндө лә ҡайтып килеүен алдан хәбәр итте. Күрше ауылға тиклем килгән автобустан төшкәс,  йәйәүләп ҡайтып килгән. Өс километр юл йәш кеше өсөн ҙур ара түгел. Иң күбе ярты сәғәт ваҡыт китә.

Гөлсимә апай аш бешереп Фәнисте  көттө,  күптән ҡайтып етергә тейешле улы күренмәгәс, шылтыратып хәлен белешергә булды. Ләкин телефонын ят ҡатын алды.

-Улығыҙ дауаханаға эләкте. Әле генә килтерҙеләр. Юлда машина бәрҙереп киткән, - тине шәфҡәт туташы.

Гөлсинә апайҙың бар донъяһы түңкәрелгән һымаҡ тойолдо. Бер туған ҡустыһы менән дауаханаға барып еткәнсе йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй булды. Ләкин унда әсәне тағы ла ауырыраҡ хәбәр көттө.

-Ныҡ имгәнгәйне улығыҙ, ҡотҡара алманыҡ, - тине табип.

Һәр кемгә үҙе күтәрә алырлыҡ ҡына һынауҙар бирелә, тиҙәр. Йөрәгенә уйылған тәрән яра туҡтауһыҙ ҡанһыраһа ла, әсә сабыр итергә тырышты, күңел дауаһын диндә тапты.

Хәҙер уның һәр иртәһе ире менән улының рухына  доғалар уҡыуҙан башлана. Ошо рәүешле күңеленә йыуаныс ала.

 Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: