Бөтә яңылыҡтар

Шәп кеүәҫ

Булды былай булғас, боҙолмаған, тип уйлап та өлгөрмәнем, яңы ғына кеүәҫ алған ир кире килә ине. Яңғыҙы түгел, тағы берәүҙе эйәрткән. Хафалана төштөм...

Шәп кеүәҫ
Шәп кеүәҫ

Юмористик хикәйә

Әлеге лә баяғы һатыу эштәре менән мәж килеп йөрәгән мәл. Йәй башы ғына булыуға ҡарамаҫтан, ҡояштың ныҡлап ҡыҙҙырыуы үҙенекен итте. Туңдырманан тыш, кеүәҫ һораусылар ҙа күбәйгәндән- күбәйә бара. Һорау булғас, тәҡдим дә була тип, оҙаҡлатып тормай, бер ҙур мискә кеүәҫте алып килеп тә ултырттым.

Һатыуҙың иң ҡыҙған мәлендә ҡайҙандыр пәйҙә булған көрөшкәләй болот, ҙурайғандан-ҙурая барып, күк йөҙөн ҡаплап алды ла ҡойоп ямғыр яуа башланы. Сиратта торған һатып алыусылар шунда уҡ юҡҡа сығып бөттө. Иртәгәһенә лә шундай уҡ һауа торошо: яуа ла туҡтай, ҡояшлап, ҡыҙҙырып ала ла, тағы яуа. Шулай тулы мискә кеүәҫ һатылмайынса дүрт көн ултырҙы. “Ни эшләргә?” тигән һорау тыуҙы, әрәм буласаҡ бит эсемлек.

Бишенсе көнөнә ялтлап ҡалҡҡан ҡояш көндөң матур буласағын хәбәрләй ине. Бына, ниһайәт, беренсе һатып алыусы ла пәйҙә булды. Урта йәштәрҙәге ир, артыҡ һүҙ ҡушып тормай, ҙур һауытҡа ҡойҙортоп кеүәҫ алды ла, тәмләп эсә-эсә ары атлап китте.

Булды былай булғас, боҙолмаған, тип уйлап та өлгөрмәнем, яңы ғына кеүәҫ алған ир кире килә ине. Яңғыҙы түгел, тағы берәүҙе эйәрткән. Хафалана төштөм, кеүәҫ насар булған да, дәғүә белдерергә уйлайҙыр... Ләкин, яҡын килеүенә, уның йылмайып тороуын, хатта күңелле генә булыуын абайлап, тынысландым. Икәүләшеп тағы икешәр һауыт кеүәҫ алып эстеләр. Унан инде шыптыр моҡсайға мул ғына ҡойҙортоп алып китеп барҙылар. Бер аҙҙан кеүәҫ алырға теләүселәрҙең һаны бермә-бер артты. Күбеһе ир-егеттәр, ара-тирә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күренеп ҡала.

Төш ауыуға ҙур мискәнең төбө күренә башланы, әммә һатып алыусылар кәмемәне. Хатта сират өсөн талаша башланылар. Бындай уңыштан минең түбә күккә тейҙе. Иртәгәлеккә тағы ике ҙур мискә кеүәҫкә заказ биреү тураһында уйлана башланым.

Баҡтиһәң, дүрт көн буйы ултырған кеүәҫ, әсеп, ҡаты эсемлеккә әйләнгән икән. Быны һиҙеп ҡалған ир-ат ябырылып тиерлек алырға тотонған. Кискә табан яҡын-тирәләге өйҙәрҙең тәҙрәләренән, тыштағы эскәмйәлә йыйылып ултырғандар яғынан, аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, йыр тауышы ла ишетелә башлағайны. Йәтеш кәнистәрҙәрен уңайлы тотоп, кәлдерләберәк, ҡәнәғәт атлап ҡайтып барыусылар кеүәҫтең ныҡлы әсеүен дәлилләй ине...

Авторы - Хәмит ӘБҮБӘКИРОВ.

Фото:  brestcity.com 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: