Дәүләт Думаһы Советы көҙгө сессияға эш планына Башҡортостан парламенты индергән ”Тамаша-күңел асыу хеҙмәттәре күрһәткәндә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында“ғы федераль закон проектын индерҙе.
– Проектты ҡарау октябргә тәғәйенләнгән, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Закон проекты концерттарҙа фонограмманы ҡулланыу мәсьәләләрен көйләй һәм тамашасы күрһәтелгән хеҙмәттәр буйынса дөрөҫ мәғлүмәт алыу хоҡуғын яҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн башҡарыусылар һәм ижади коллективтар хатта меңәрләгән кеше алдында фонограмма аҫтында сығыш яһай. Ә тамашасы билет һатып алғанда был хаҡта бер ни ҙә белмәүе ихтимал. Мәғлүмәт булмауы ҡулланыусыны үҙе түләгән продукттың сифаты тураһында яңылыш фекергә килтерә. Беҙ “плюслы фонограмма” төшөнсәһен нығытырға, башҡарыусылар һәм ойоштороусылар концерт алдынан фонограмма ҡулланыу йәки “тере тауыш” аҫтында башҡарыу тураһында мәғлүмәт биреү бурысын билдәләргә тәҡдим итәбеҙ.
Бындай мәғлүмәт булмаһа, билет өсөн аҡса кире ҡайтарылырға тейеш, тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы депутаттары. Шул уҡ ваҡытта һүҙ фонограмманы ҡулланыуҙы тыйыу тураһында бармай.
Фото: Валерий Шахов (Башинформ).