Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Август 2024, 12:00

Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡыйыу ниәт ҡорған

Бөгөн 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән билдәле әҙибә Бөрйәненә һыбай ҡайтыр өсөн бағыусы эҙләй. 

Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡыйыу ниәт ҡорғанШағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡыйыу ниәт ҡорған
Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡыйыу ниәт ҡорған

Бөгөн билдәле әҙибә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Тәнзилә Сәлих ҡыҙының тормошто яратыуына, дәртле булмышына, ҡыйыулығына һоҡланмай сара юҡ – ситтәрҙе генә түгел, үҙен яҡындан белгән кешеләрҙе лә ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Әҫәрҙәрен мөмкин тиклем тормошсан итер, геройҙарын ғәҙел һынландырыр өсөн ул, әйтәйек, Себерҙең ҡаты шарттарында тир түккән хеҙмәт кешеләре янына барып, уларҙың башынан үткәнде кисерә; ғаиләһенә ярҙам итәм тип көньяҡҡа эшләргә сығып киткән ҡатын-ҡыҙҙың ынтылыштарын аңларға тип шул яҡҡа юллана… Ижади булмышы ла шул ҡәҙәре күп төрлө уның. Билдәле әйтемдәге ише, талантлы кеше бөтә яҡлап та талантлы. Күп ҡырлы шәхес менән юбилейы айҡанлы ҡоролған әңгәмәбеҙ ҙә үҙенсәлекле, улай ғына түгел, хайран ҡалдырыр яңылыҡтан башланды. Сая башҡорт ҡыҙы бит ул шағирә, әйткәнен булдырыр!

– Социаль селтәрҙә һыбай төшкән фотомды күреп, күбеһе мине Бөрйәнгә һыбай ҡайтҡан тип уйланы, – тип бәйән ҡылды шағирә. – Шуға ла алдыма ҙур маҡсат ҡуйҙым: Бөрйәнемә һыбай ҡайтып етергә! Ниәт ҡылынды, хәҙер уны тормошҡа ашырырға ҡала. Ошо дыуамал планды тормошҡа ашырыр өсөн миңә, иң беренсе, йылҡы малы үҫтереү менән шөғөлләнгән кешенән ярҙам кәрәк. Әйткәндәй, һыбай төшкән фотомды социаль селтәрҙә күргәс, уҡыусыларымдың күбеһе мине түгел, ә атты йәлләп комментарий яҙҙы, малҡайҙы йонсотҡанһығыҙ, тип. Бына бит халҡыбыҙҙағы йылҡы малына ҡарата хөрмәт, һөйөү ни кимәлдә!
Был ниәтемде тормошҡа ашырыр өсөн тағы ла яныма иптәш кәрәк. Ошо ике мәсьәлә хәл ителһә, ҡалғаны башҡарып сыҡмаҫтай ғәмәл түгел! Бының менән башҡорт атының, уға өҫтәп, башҡорт ҡатынының сабырлығын, сыҙамлылығын, хатта яугирлеген, 60 йәштә лә ат менеп сабырға мөмкин икәнен күрһәтергә, иҫбатларға теләйем. Аллаһ теләһә, хыялымды сыуаҡ көҙ баштарында бойомға ашырырға ине.

Шағиренең ҡыйыу ниәтен тормошҡа ашырырға ярҙам итергә теләге булған яҡташтар уның "Бәйләнештә" сәхифәһенә инеп, шәхси хәбәр ебәрә ала:

Һеҙҙәге дәрт, физик әүҙемлек йәштәргә лә өлгө булырлыҡ, Тәнзилә Сәлих ҡыҙы! Юбилейығыҙ ҡотло булһын, ниәтегеҙҙе бойомға ашырырға насип итһен!

Юбиляр менән әңгәмәне "Башҡортостан" гәзитенең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Фотолар – Т.Дәүләтбирҙинаның шәхси архивынан.

Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡыйыу ниәт ҡорған
Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡыйыу ниәт ҡорған
Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡыйыу ниәт ҡорған
Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡыйыу ниәт ҡорған
Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡыйыу ниәт ҡорған
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас