Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Август 2024, 11:30

"Көҙ романтикаһы" саҡыра

22-24 августа Өфөнөң Совет майҙанында үлемһеҙ көйҙәрҙе тыңлап күңел байрамы кисерергә була  

"Көҙ романтикаһы" саҡыра"Көҙ романтикаһы" саҡыра
"Көҙ романтикаһы" саҡыра

Быйылғы көҙҙөң иң төп мәҙәни ваҡиғаларының береһе – II "Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале. Өс көнлөк һоҡланғыс концерт – Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына баш ҡаланың 450 йыллығына бүләк ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе фестиваль былтыр көҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса үтте. Тиҫтәләгән мең кеше Өфөлә тороп ҡына күренекле оркестрҙар һәм солистар башҡарыуында донъя музыкаһы шедеврҙарын тыңланы.

Быйылғы фестивалдә ҡатнашыусылар составы ысын мәғәнәһендә күренекле.

22 август – республиканың халыҡ артисы Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан дәүләт оркестры донъяның 1-се пианисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев, донъяға танылған бас – яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов, “Рәсәйҙең алтын кларнеты”, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин һәм шулай уҡ яҡташыбыҙ – билдәле опера йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов менән сығыш яһай.

23 август – Үзбәкстандың атҡаҙанған артисы Камолиддин Уринбаев етәкселегендә ошо илдең дәүләт симфония оркестрын билдәле солистары менән берлектә тыңларға мөмкин, улар араһында – тенорҙар Бегисбай Темирбаев, Отемис Джуманиязов, баритондар Хурсандбек Атамуратов һәм Маман Жумабаев, бас-баритон Женисбек Пиязов.

24 август – Рәсәйҙең Е.Ф.Светланов исемендәге легендар Дәүләт академия симфония оркестры маэстро Дмитрий Крюков дирижерлығында сығыш яһай.

Бөтә концерттар Совет майҙанында үтә. Был урын, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығының инициативаһы буйынса бик матур итеп реконструкцияланды һәм әлеге ваҡытта асыҡ һауала концерттар үткәреүгә тәғәйенләнгән иң яҡшы майҙандарҙың береһе булып тора.

Былтыр тәүге фестиваль ойошторолғас, 2023 йылдың сентябрендә: “Минең Совет майҙанын тәртипк килтереү һәм генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйҙыртыу тураһында хыялым бар ине. Эшләнек. Тағы бер хыялым – майҙанда яңы тормош башланһын, бында яңы мәҙәни, патриотик, күңел асыу саралары ҡайнаһын. Мәҫәлән, бөгөн республикала беренсе тапҡыр “Көҙ романтикаһы” тигән фестиваль үтә. Беҙгә билдәле артистар, ижади коллективтар килде, меңәрләгән халыҡ йыйылды. Минеңсә, бик шәп килеп сыҡты”, – тип яҙғайны социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.

Быйылғы фестивалдең дә һоҡланғыс килеп сығырына шик юҡ. Донъяға танылған классик көйҙәр концертынан ситтә ҡалмағыҙ, күңел байрамы кисерергә килегеҙ, дуҫтар.

Тамашалар киске 7-лә башлана, инеү бушлай.

Һүрәттәрҙә: былтырғы фестивалгә халыҡ майҙан тултырып килгәйне (Мәҙәниәт минитрлығының матбуғат хеҙмәте фотолары). 

"Көҙ романтикаһы" саҡыра
"Көҙ романтикаһы" саҡыра
"Көҙ романтикаһы" саҡыра
"Көҙ романтикаһы" саҡыра
"Көҙ романтикаһы" саҡыра
"Көҙ романтикаһы" саҡыра
"Көҙ романтикаһы" саҡыра
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас