Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Август 2024, 12:45

Матур күргәҙмә асылды

7 августа Башҡортостандың Милли музейында төбәк Башлығы Радий Хәбиров “Өфөгә һөйөү менән“ фотокүргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты.

Матур күргәҙмә асылдыМатур күргәҙмә асылды
Матур күргәҙмә асылды

Ул баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына арналған. Күргәҙмәнең авторы – Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы Екатерина Рождественская.

Фото проекты мәҙәни һәм тарихи бәйләнештәрҙе нығытыу, Башҡортостандың мираҫына иғтибар йәлеп итеү инициативаһы менән әҙерләнгән. Унда Рәсәйҙең билдәле кешеләре – эстрада, театр, кино артистары ҡатнашҡан. Күргәҙмә ҡунаҡтары Лев Лещенко, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Лариса Долина һәм башҡа йондоҙҙарҙың фотопортреттарын күрә аласаҡ.

– Бөгөн Өфө үҙенең 450 йыллығына сираттағы шәп бүләк - “Өфөгә һөйөү менән“ фото проектын ҡабул итә. Унда ҡатнашҡан кешеләрҙең һәр береһе беҙҙең мәҙәниәт һәм көнкүреш элементтары менән фотоға төшкән, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.

Шулай уҡ республиканың Милли музейында “Өфө – 450. Кешеләр һәм ҡала” фотокүргәҙмәһе эшләй. Проект авторҙары – билдәле фотохәбәрселәр Вячеслав Стрижевский һәм Рәиф Бадыков.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас