БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ
Әлфиә Таһирова 15 йыл Өфөләге балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләй. Балаларын телһөйәр итеп тәрбиәләгән әсә булараҡ, уны кескәйҙәр өсөн башҡорт телендәге күсмә театрҙың булмауы борсой. “Ни өсөн Өфө театрҙары балалар баҡсаларында башҡортса спектаклдәр күрһәтмәй?” тип уйланып йөрөгәндән һуң үҙенең күсмә театрын асырға ҡарар итә. Педагогтың үҙенсәлекле проекты Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд конкурсында грант ота. Шулай итеп, “Тирмәкәй” күсмә театры быйыл үҙ эшен башлап ебәрҙе.
Күсмә театрҙа профессиональ актерҙар эшләй. Улар йәш тамашасыларҙы уйын һәм йәнле аралашыу аша башҡорт халҡының йолалары һәм көнкүреш әйберҙәре менән таныштыра. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфөнөң балалар баҡсаларындағы меңләгән ҡыҙ һәм малай “Тирмәкәй” театры менән бергә башҡортса йыр йәм бейеү өйрәнергә өлгөргән.
Әлфиә Таһирова әйтеүенсә, проект туған мәҙәниәткә һәм тарихҡа ихтирам тәрбиәләүгә, эстетик зауыҡты һәм ижадҡа ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Күсмә театр өсөн “Әмирхан мажаралары” спектакленең сценарийын Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Лилиә Исҡужина яҙған.
“Тирмәкәй” театры – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған проекттарҙың береһе. Аҙаҡҡы биш йылда Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының эшмәкәрлегенә айырым дәүләт ярҙамы бүленеүе һөҙөмтәһендә башҡорт теле йәш быуын араһында популяр була бара. Интернет селтәрендә башҡорт телендә видеоларҙың күбәйеүен, башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуын, туған телде өйрәнеүҙә ярҙам итеүсе мобиль ҡушымталарҙың һәм “Һомай” аҡыллы колонкаһының барлыҡҡа килеүен һәм башҡа ҡаҙаныштарҙы республика халҡы баһаламай ҡалмағандыр.
Әлфиә ТАҺИРОВА, “Тирмәкәй” күсмә театрын ойоштороусы:
– Беҙҙең өсөн иң ҙур баһа – кескәйҙәрҙең ихлас хис-тойғолары. Уларҙың экспонаттарҙы тотоп ҡарарға теләүе, ҡыҙыҡһыныусан булыуы оҡшай. Мәҫәлән, ҡыҙҙарҙың ҡашмау кейгеһе килһә, малайҙар ҡурайға өрөп ҡарарға теләй. Яңыраҡ сираттағы сығыш мәлендә залдағы бер ҡыҙ бала: “Мин Өфөнө яратам, мин Башҡортостанды яратам!” – тип хисләнеп ҡысҡырып ебәрҙе. Ошондай мәлдәрҙә күсмә театрҙың юҡҡа булдырылмауына инанаһың да инде.
Проектыбыҙ уңышлы булып сыҡты, яңы уҡыу йылына ҡарата репертуарҙы киңәйтеү өҫтөндә эшләй башланыҡ. “Тирмәкәй” күсмә театрын саҡырырға теләһәгеҙ, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмгә яҙығыҙ. Беҙ Башҡортостандың ҡала һәм райондарындағы кескәйҙәр менән дә осрашырға әҙер.
Гөлназ КУРАЕВА, “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы – 2024” конкурсы еңеүсеһе:
– “Тирмәкәй” күсмә театры беҙҙең 281-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен дә матур сығышы менән ҡыуандырҙы. Спектакль сағыу, йыр-моңло һәм кескәйҙәр өсөн аңлайышлы итеп ҡуйылған, уны профессиональ педагогтар әҙерләгәне һиҙелеп тора. Башҡортостанда туған телде үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙең булдырылыуы, ҡыйыу проекттарға тотонорҙай талантлы йәштәрҙең күплеге ҡыуандыра.
Фото һәм видео: "Тирмәкәй" күсмә театрының шәхси төркөмөнән.