Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Август 2024, 11:00

Фестиваль финал этабына сыға

Яҡташыбыҙға бергәләп теләктәшлек күрһәтәйек

Фестиваль финал этабына сығаФестиваль финал этабына сыға
Фестиваль финал этабына сыға

Волга буйы федераль округының “Форм АRT” стрит-арт фестивале финал өлөшөнә сыҡты – эксперт һәм халыҡ тауыш биреүе бара. Лилиә Молчанова (Синюкова) “Форм АRT” урам сәнғәте конкурсында 1-се һан аҫтында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Рәссамдың эше “Ғаилә- киләсәккә беҙҙең мираҫ” тип атала. Был һүрәт Өфөлә Комсомол урамындағы йорттоң фасадында сағылыш тапҡан.

Лилиә Молчановаға  тауыш биреү өсөн 10 августҡа тиклем   8-(800) 301-50-23 телефоны буйынса шылтыратығыҙ (шылтыратыу бушлай), “1” һанына һәм решеткаға баҫығыҙ.  

Яҡташыбыҙҙы бергәләп күтәрәйек.

Фото: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас