Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Август 2024, 10:00

Әнүәр Нурғәлиев йәнә операция яһатҡан

Былтыр яһатҡаны уңышһыҙ булған.

Әнүәр Нурғәлиев  йәнә операция яһатҡанӘнүәр Нурғәлиев  йәнә операция яһатҡан
Әнүәр Нурғәлиев йәнә операция яһатҡан

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевкә быйыл йәнә операция яһатырға тура килгән. Былтыр яһатҡаны уңышһыҙ сыҡҡан. Баҡтиһәң, йырсы күп йылдар гайморит менән интегә икән.

"Дуҫтар, мин өйҙә. Ҡайһы бер кешеләр мине битемдәге йыйырсыҡтарҙы тарттырам (подтяжка лица) тип уйлағандар. Үләм хәҙер. Юҡ, танауға операция яһаттым. Үткән йылда яһатҡаны уңышлы сыҡманы. Әле сығарҙылар. Әлегә хәл юҡ. Әммә өйҙөң стеналары ла дауалай бит",  -тип яҙған йырсы.

Яратҡан йырсыбыҙға тиҙерәк йүнәлеп сығыуын теләйбеҙ!

 

Фото һәм текст сығанағы: "Интертат"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас