Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Август 2024, 06:15

Фоторәссамдарға – республика Башлығынан рәхмәт

Башҡортостандың Милли музейында Өфөнөң 450 йыллығына бағышланған ике фотокүргәҙмә эшләй. Республика Башлығы уларҙың авторҙарына рәхмәт белдерҙе

Фоторәссамдарға – республика Башлығынан рәхмәтФоторәссамдарға – республика Башлығынан рәхмәт
Фоторәссамдарға – республика Башлығынан рәхмәт

Күргәҙмәнең береһе Екатерина Рождественская эштәренән тора. Ул – Рәсәйҙең күренекле шағиры Роберт Рождественскийҙың ҡыҙы, Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы. “Караван историй” журналында билдәле фото проектын алып бара.

Икенсе экспозицияла – Башҡортостанда билдәле фоторәссамдар Рәйеф Баҙыҡов менән Вячеслав Стрижевский фотолары. Ике сараны уртаҡ тема берләштерә – улар Өфөгә бағышланған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмәләрҙе килеп ҡараны һәм был хаҡта социаль селтәрҙәрендә яҙма ла ҡалдырҙы. “Бөгөн уникаль кеше, сағыу ижади шәхес, билдәле фоторәссам Екатерина Рождественская менән “Өфөгә – һөйөү менән” тигән экспозицияны астыҡ. Был фотоларҙа – баш ҡалабыҙҙың амбассадорҙары, күренекле спортсылар, яҙыусылар, музыканттар, сәйәси эшмәкәрҙәр, улар ҡалаға һөйөүен белдерә.

Фоторәссамдар Рәйеф Баҙыҡов менән Вячеслав Стрижевскийҙың эштәрендә – башҡа Өфө. Бында ҡаланың тарихы уның халҡы аша бәйән ителә”, – тип яҙҙы ул һәм авторҙарға оҫталыҡтары, үҙенсәлекле ҡараш өсөн рәхмәт белдерҙе. “Был Өфөнөң 450 йыллығына матур бүләк”, – тип белдерҙе республика етәксеһе һәм бөтәһен дә республиканың Милли музейына килеп, күргәҙмәләрҙе ҡарарға саҡырҙы.

Фотолар: vk.com/radiyhabirov 

Фоторәссамдарға – республика Башлығынан рәхмәт
Фоторәссамдарға – республика Башлығынан рәхмәт
Фоторәссамдарға – республика Башлығынан рәхмәт
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас