Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Август 2024, 17:20

Башҡорт кинокампусына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Кинокампуста ҡатнашыуға 18 йәштән өлкәндәр, шул иҫәптән студенттар һәм ижади һөнәр эйәләре, ижади коллективтар хеҙмәткәрҙәре, республиканың әүҙем ижади йәштәре һәм башҡалар саҡырыла.

Башҡорт кинокампусына ғаризалар ҡабул ителә башланыБашҡорт кинокампусына ғаризалар ҡабул ителә башланы
Башҡорт кинокампусына ғаризалар ҡабул ителә башланы

"UFACINEMA" кинокампусы - республиканың һәм Рәсәйҙең алдынғы кинематографистары етәкселегендә кино өлкәһендә профессиональ компетенциялар алырға теләгән Башҡортостан республикаһының ижади кешеләре өсөн белем биреү майҙансығы. Кинокампус үҙ эсенә кинопроизводство нигеҙҙәрен өйрәтеүҙе һәм төшөрөү майҙансығында көндөҙгө практиканы ала. Проектты президент мәҙәни башланғыстар фонды грантына "Поколение "мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә социаль әһәмиәтле проекттарға ярҙам итеү үҙәге” һәм “Ҡарлугас”  продюсерлыҡ үҙәге тормошҡа ашыра. Кинокампуста ҡатнашыуға 18 йәштән өлкәндәр, шул иҫәптән студенттар һәм ижади һөнәр эйәләре, ижади коллективтар хеҙмәткәрҙәре, республиканың әүҙем ижади йәштәре һәм башҡалар саҡырыла. Кинокампус сараларында ҡатнашыу бушлай.

Ҡатнашыусыларҙы  сценарий, режиссерлыҡ, актерлыҡ, продюсерлыҡ, грим цехында тәжрибә туплай ала. Шулай уҡ уларҙы республиканың профессиональ кинематографистары: кинорежиссер, Ш.Бабич исемендәге әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премия, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан республикаһы премияһы лауреаты, Рәсәй кинематографистар Союзы ағзаһы, РФ кинорежиссерҙар гильдияһы ағзаһы Булат Йосопов, продюсер, режиссер, Башҡортостан кинематографистар союзы ағзаһы Айнур Асҡаров, Никита Михалков киноакадемияһын тамамлаусы продюсер Анастасия Асҡарова уҡытасаҡ, продюсер, кастинг-директор, режиссер Катрина-Ҡарлуғас Дүшәнбаева, грим буйынса рәссам, уҡытыусы Алина Вәлиева уҡытасаҡ.

Кинокампус программаһына оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, ижади заданиелар үтәү, төшөрөү процесында ҡатнашыу, постпродакшн, шулай уҡ фильмдың премьераһын ойоштороу инә. Проектты ойоштороусылар араһында продюсер, кастинг-директор, режиссер Катрина-Ҡарлуғас Дүшәнбаева, Өфө сәнғәт институтының театр факультеты деканы Рәмзис Зәйҙуллин, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева бар. Кинокампуста ҡатнашыуға ғаризалар 8 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт сайтта http://ufa-cinema.ru/ Вконтакте битендә кинокампустың көнүҙәк яңылыҡтары https://vk.com/ufa.cinema

Ойоштороусыларҙың бәйләнештәре: 89373220549

Проект етәксеһе: Альбина Ғизетдинова #фондкультурныхинициативаһы #грантдлякреатив командалар

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас